Кисә республиканың белем усаҡтарында "Һуңғы ҡыңғырау" тантанаһы үтте. Сибай ҡалаһының Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге Башҡорт лицейында йыл һайын тап ошо көндә спортта, уҡыуҙа, төрлө конкурстарҙа, смотрҙарҙа айырылып торған уҡыусыларға яҙыусы һәм күренекле йәмәғәт эшмәкәре Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге премия тапшырыла. Был премияның бағыусылары - Рамаҙан Өмөтбаевтың яҡын туғандары. Быйыл премияны Гөлсирә Ҡыуандыҡ ҡыҙы Өмөтбаева тапшырҙы.
Лицейҙың директоры Дилә Фәтҡуллина белдереүенсә, быйыл Рамаҙан Өмөтбаев премияһына Дияз Юнысов лайыҡ булған.
"Премияға лайыҡ булған бер уҡыусы хаҡында бер нисә һүҙ әйтеп үтергә теләйем. Барыһы ла Дияздың тарихын белә, былтыр уның менән фажиғәле хәл булды: лагерҙа ял иткәндә уның өҫтөнә турник ҡоланы. Ғәйәт ҙур мөғжизә: ул бар ауырлыҡтарҙы ла еңеп сыҡты! Бөгөн класташтары менән бергә линейкала баҫып тороуы икеләтә ҙур ҡыуаныс! Дияз, һиңә ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер теләйбеҙ, һин беҙҙең өсөн батырлыҡ һәм көс өлгөһө!" - тип яҙған Дилә Урал ҡыҙы.
Дияз, артабан да һиңә бары тик уңыштар юлдаш булһын, ауырылҡтар алдында юғалып ҡалма, бары тик алға һәм алға атла!
Фото: Дилә Фәтҡуллина.