Башҡортостан
+23 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар

Гимназия М. Рәхимовтың исемен йөрөтә

Балалар төплө белем алһын өсөн педагогтар ваҡытын да, көсөн дә йәлләмәй.

Автор фотоһы.
Фото:Автор фотоһы.

Мәғариф йүнәлешенә ҡағылышлы мәҡәлә яҙғанда һәр ваҡыт мине ғилем үрҙәренә әйҙәгән һәм тормошҡа әҙерләгән белем усаҡтары, улай ғына ла түгел, тыуған яғымда уҡытыусы булып эшләгән Әлебай ауылы мәктәбе иҫкә төшә. Белем биреү учреждениеларында иҫ киткес шәп һәм алдынғы педагогтар уҡытты. Мәктәптә эшләгәндә дәрес ваҡытында иһә уларҙың бай тәжрибәһен ҡулландым. Ысынлап та, мөғәллим – хөрмәтле һөнәрҙәрҙең береһе, шул уҡ ваҡытта ул һиңә ҙур яуаплылыҡ та өҫтәй. Ҡыҙ һәм малайҙарға йөрәк йылыһын бирә алғандар ғына уҡытыусы була алалыр.

Мортаза Рәхимов исемендәге 3-сө башҡорт республика гимназия-интернатының директоры Шайморат ТИМЕРБУЛАТОВ менән әңгәмәлә һүҙ – мәғариф, тәрбиә мәсьәләләре хаҡында.

 

– Өфөнө ҡалдырып, көтмә­гәндә йыраҡ райондарҙың бере­һенә эшкә сығып китеүегеҙ аптыратты. Ғөмүмән, һеҙ үҙгәреш­тәр яҡлымы?

– Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт гимназия-интернатында эшләнем. Артабан, Өфө ҡалаһының 160-сы лицейында директор урынбаҫары булғанда, Күмертау ҡалаһындағы гимназия-интернатҡа директор вазифаһына конкурс ойошторолоуын ишетеп ҡалдым. Тиҙ арала документтар йыйып тапшырҙым. Башта конкурста 17 кеше ҡатнашһаҡ, аҙаҡҡы этапҡа икәү генә сыҡтыҡ. Ҡыҫҡаһы, ышаныс белдергәндәре өсөн етәк­селеккә рәхмәт!

Ирмен тигән кеше карьера тураһында ла уйланырға тейеш. Ә хеҙмәт баҫҡыстарынан үрләгәндә уйламаған ерҙә ҡырҡа боролоштар яһап алырға ла тура килә.

 

– Яңы урында эште нимәнән башланығыҙ?

– Төрлө мәктәптәрҙә эшләп ҡарағас, беләм, гимназияларҙа коллектив шул хәтлем көслө һәм инициативалы. Бер белгесте лә алмаштырманым, әле һаман һәр береһенең кәңәшенә ҡолаҡ һалырға тырышам. Урынбаҫар­ҙарым һәм педагогтар менән уй-ниәттәрҙе аңлашып тормошҡа ашырабыҙ.

Әлбиттә, әҙме-күпме эстетикаға йәки бинаның тышҡы яғына ла, эске өлөшөнә лә үҙгәрештәр индерергә тура килде. Хәйер, быны заман үҙе талап итә. Башҡортса алтаҡтаны урынлаштырыу, Рәсәй һәм Башҡортостан әләмдәрен элеп ҡуйыу, парта, өҫтәл, ултырғыс, шкаф кеүек йыһазды яңыртыу көндәлек башҡарыла торған ғәмәлдәр иҫәбенә инде.

 

– Шайморат Азамат улы, хәҙер белем усаҡтарында исемле кабинеттар барлыҡҡа килә. Был тәңгәлдә һеҙҙә хәлдәр нисек?

– "Исемле гимназияла етәксе булыу нисек?" тип һорайһың икән тиһәм... (көлә – авт.). Беҙҙең уҡыу йортонда бындай алты кабинет бар. Шуныһы әһәмиәтле, Көйөргәҙе тарафтары арҙаҡлы шәхестәре менән дан тота. Башҡортостан, Рәсәй генә түгел, ә тотош донъяға танылғандар ҙа бихисап. Нисек инде беренсе Президентыбыҙ – хөрмәтле Мортаза Рәхимов исе­мен­дәге кабинетты булдыр­майһың?! Ошо уйҙы тиҙ арала тормошҡа ашырҙыҡ.

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе урынбаҫары булған Урал Килсенбаев данлыҡлы белем усағын тамамлаған. Урал Таһир улына ла кабинет арнаныҡ. Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шай­моратовтың кабинетынан ҡунаҡтар өҙөлмәй. Балаларҙың күңелендә илһөйәрлек сифаттары тәрбиә­ләүҙе күҙ уңында тоттоҡ. Олуғ ғалим һәм табип Марат Аҙна­баевтың исеме бөтә донъяға таралған. Популяр йырсы Юрий Шатунов Күмертау ҡалаһында тыуып үҫкән. Заманында миллион­лаған йәштәрҙе илатып, кумирына ла әйләнде ул.

Киләсәккә ниәтебеҙ – башҡорт старшинаһы Кинйә Арыҫлановҡа кабинет бағыш­лау. Тарихты оноторға ярамай.

 

– Башҡорт телен уҡытыуға, туған телебеҙҙе өйрәнеүгә иғти­бар бермә-бер арта. Был юҫыҡта кемдәр тир түгә?

– Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары Филүзә Харрасова, Гөлнур Нафиҡова һәм Гөлсинә Йосопова балаларҙа туған телебеҙгә ҡарата оло һөйөү тәрбиәләй. Гимназия-интернаттан һәр ваҡыт башҡорт рухы бөркөлөп торһон тигән маҡсаттан тайпылғаныбыҙ юҡ. Әйткәндәй, директорҙың кәңәш­сеһе Йәмилә Сабир ҡыҙы был йәһәттән күп эш башҡара. Уны күптәр йырсы Илнур Рамаҙановтың әсәһе тип белә.

Киләһе йыл белем усағы асылыуға 65 йыл тула. Белем биреү учреждениеһына гимназия статусы бирелеүҙә Башҡорт­остандың халыҡ уҡытыусыһы Хәҙисә Солтангәрәеваның да өлөшө ҙур. Мәктәптә бөтәһе 420 бала, шул иҫәптән Ырымбур өлкәһенән 25 бала уҡый.

– Сәләмәт тәндә – сәләмәт рух. Спортҡа иғтибар етерлек бүленәме?

– Уҡыу йортонда педагогтарҙың барыһы ла ҡыҙҙар һәм малайҙар төплө белем алһын өсөн ваҡытын да, көсөн дә йәлләмәй. Шулай уҡ илебеҙгә лайыҡлы шәхестәр тәрбиәләү, илһөйәрлек тойғоһон һалыу, спортҡа ылыҡтырыу мәсьә­ләләре лә юғары кимәлдә тормош­ҡа ашырыла. Беҙҙә төрлө йүнәлеш­тәге спорт саралары йыш уҙғарыла. Мәҫәлән, Советтар Союзы Геройы Ғәфиәт Арыҫланов исемендәге милли көрәш турниры хаҡында кәлимә һүҙ. Сара республика кимәленә күтәрелде. Унда 150-нән ашыу егет ҡатнашты. Тәжрибәле тренер Әсҡәт Шәрипов ал-ял белмәй күнекмәләр үткәрә, тәрбиә­ләнеүселәре еңеү артынан еңеү яулай.

 

– Балаларҙа илһөйәрлек тәрбиәләү республикала юғары кимәлдә ойошторолған. Һеҙ был тәңгәлдә ниндәй уй-маҡсаттарҙы тормошҡа ашыраһығыҙ?

– Һәр дүшәмбе байраҡты линей­каға алып сығабыҙ, бындай мәртәбәле бурыс уҡыу алдынғы­һына ышанып тапшырыла. Артабан Рәсәй һәм Башҡортостан гимн­дары яңғырай.

Беҙҙә Шайморатов класы асылды. 24 ҡыҙ һәм малай уҡыған V "Б" класы – һәммәһенә лә өлгө. Класс етәксеһе Филүзә Харра­сованың тырышлығын билдәләп үтәм. Шулай уҡ патриотик тәрбиә биреү йәһәтенән хәрби Рим Вәлмөхәмәтовтың да өлөшө ҙур.

Махсус хәрби операцияға ярҙам итеп, педагогтар һәм уҡыусылар блиндаж өсөн майшәмдәр эшләй, селтәрҙәр үрә, һалдаттарға хаттар яҙа. Гимназияның стенаһына МХО-ға арналған стенд урынлаштырҙыҡ, ул даими яңыртыла. 

 

– Күптән түгел "Яҡташлыҡ көсө" республика форумы булды. Белеүебеҙсә, "Атайсал" проекты һеҙҙең өсөн бик мөһим. Тыуған төйәгегеҙгә ни дәрәжәлә ярҙам итәһегеҙ?

– Сығышым менән Баймаҡ районының Янғаҙы ауылынанмын. 30 өйгә лә тулмаған ауыл ғәҙәти тормошта йәшәй. Яныбыҙҙа ғына атаҡлы ҡурайсы Буранбай сәсән ерләнгән. Яҡташыбыҙҙың ҡәберен тәртиптә тотоуҙы изге бурысым һанайым. Беҙҙә ыҡсым ғына мәсет бар, уға ремонт яһаттым. Әлбиттә, атайым, иман йортоноң имам-хатибы хажи Азамат Рамаҙан улының ярҙамын ныҡ тойҙом. Әле Ишмө­хәмәт һәм Янғаҙы ауылдарына газ торбалары үткәреү дауам итә, тиҙҙән халыҡ зәңгәр яғыулыҡтың рәхәтен күрәсәк. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаровҡа, "Газпром төбәк-ара газӨфө" йәмғиәтенең генераль директоры Альберт Лоҡмановҡа, Баймаҡ районы хакимиәте баш­лығы Фәнис Әминевкә хат яҙҙым. Ҡыҫҡаһы, мәшәҡәттәрҙең уртаһын­да ҡайнайым. Эштәрҙе Баймаҡ район советы депутаты булып һайланған өсөн генә түгел, ә күңел ҡушыуы буйынса башҡарам. Йәнйегет менән Татлыбай ауылда­рының урамдарына асфальт түшәлде, унда ла ҡатнашлығым юҡ түгел.

 

– Көйөргәҙе районында эшләйһегеҙ, Баймаҡ районы буйынса депутатһығыҙ, яҡында­рығыҙ – Өфөлә, төрлө йәмәғәт эштәренән бер ҙә ситләш­мәйһегеҙ. Барыһына ла нисек өлгөрәһегеҙ?

– Йәмәғәтем Римма Мирсәйет ҡыҙы Рәми Ғарипов исемендәге Өфө ҡала башҡорт гимназия-интернатында – башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, ҡыҙым Гөлйөҙөм – Өфө дәүләт нефть техник университеты студенты, улым Ғайсар Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжында уҡый, ә Мортаза – Фатима Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһы уҡыусыһы. Ғәҙәттә, ялҡау кеше генә ваҡыт юҡлыҡҡа һылтана. Тормош девизым – ашыҡма, өлгөр бул.

 

– Шайморат Азамат улы, әңгәмә өсөн рәхмәт!

- Илдар АҠЪЮЛОВ

Читайте нас в