Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
26 Май 2023, 07:00

Уҡытыусы аҡса өләшкән

Һеҙҙең яҡта балаларҙы шулай дәртләндереп тороусылар бармы?

Уҡытыусы аҡса өләшкән
Уҡытыусы аҡса өләшкән

Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Мәләүез районы һәм ҡалаһының почетлы гражданины, Кинйә Арыҫланов исемендәге 9-сы башҡорт гимназияһының тәүге директоры Тәнзилә Малабаева һуңғы ҡыңғырау тантанаһында сығарылыш класс уҡыусыларына изге теләктәрен еткерҙе.

“Ил, республика гимнына ҡушылып  йырлауығыҙ өсөн ныҡ ҡыуандым! Ауыр йылдарҙа йәшәйбеҙ, һынауҙарға бирешмәгеҙ”, - тине ул һәм туғыҙ йыл рәттән “Йыл уҡыусыһы” премияһын билдәләүҙә ҡатнашыуын әйтеп уҙҙы. Тик яҡшы билдәләргә өлгәшкән, уҡыу йорто тормошонда әүҙем ҡатнашҡан Илнара Таһироваға Рәхмәт хаты,  премия тапшырҙы.

“Алданғы ҡарашлы, район, ҡала, республика кимәлендәге эштәрҙә әүҙем ҡатнашыусы, ойоштороусы, лидерлыҡ сифатына эйә йәштәр илебеҙгә ныҡ кәрәк. Был хаҡта һинең маҡтау грамоталарың һөйләй”, - тине Тәнзилә Һибәт ҡыҙы һәм һәммәһенә уңыштар  теләне.

Рәхмәт хаты менән бүләк шулай 7-се класс уҡыусы, телһөйәр Иркә Иҫәнбирҙинаға һәм 3-сө класс уҡыусыһы, бар яҡтан талантлы, район, ҡала, республика, Рәсәй кимәлендә үткәрелгән төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнашҡан Самир Латиповҡа ла тапшырылды.

 

 

Уҡытыусы аҡса өләшкән
Уҡытыусы аҡса өләшкән
Уҡытыусы аҡса өләшкән
Уҡытыусы аҡса өләшкән
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: