Белем һәм тәрбиә
28 Май 2023, 11:30

Йәйге каникулда программалау буйынса белем алырға була

Белем үҙләштереү лагерына 31 майға ҡәҙәр “Дәүләт хеҙмәттәре” (“Госуслуги”) порталы аша яҙылырға мөмкин.

Йәйге каникулда программалау буйынса белем алырға булаЙәйге каникулда программалау буйынса белем алырға була
Йәйге каникулда программалау буйынса белем алырға була

Республиканың ҡала-райондарында өлкән кластарҙа уҡыған балалар йәйге каникул осоронда программалауға өйрәнә аа. Бының өсөн 50-нән ашыу майҙансыҡ ойошторолған. Был мөһим эш “Һанлы иҡтисад” милли проектының (национальный проект “Цифровая экономика”) “Киләсәк коды” программаһы ярҙамында атҡарыла. Был хаҡта Башҡортостандың Дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министрлығынан хәбәр итәләр.

Белем үҙләштереү лагерына 31 майға ҡәҙәр “Дәүләт хеҙмәттәре” (“Госуслуги”) порталы аша яҙылырға мөмкин. Башҡортостанды һайлағас, картала курстарҙың атамаһы күрһәтелгән офлайн-майҙансыҡтарҙың исемлеге пәйҙә була, шуларҙың береһенә ғариза бирергә ҡала. Курстар бушлай, унда ҡушымталар, сайттар, уйындар уйлап сығарыуға өйрәнергә мөмкин. Имтихандарҙы уңышлы тапшырғас инде, уҡыусылар курс үтеү тураһындағы танытмаға эйә була.

Былтырҙан алып “Киләсәк коды” программаһының 330-ҙан ашыу ҡатнашыусыһы Рәсәй кимәлендә информатикаға бәйле төрлө олимпиадаларҙа еңеүсе булған һәм призлы урындар яулаған.

Фото: it.bashkortostan.ru

Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас