

Ырымбур өлкәһендә тыуып үҫеп, ғүмер буйы йәнтөйәгендә йәш быуынға башҡорт теленә һөйөү тәрбиәләгән Сания Күҙбаеваның һөнәри эшмәкәрлеге, тормош юлы гәзит уҡыусыларыбыҙға ҡыҙыҡлы булыр. Башҡа өлкәлә йәшәгән милләттәштәребеҙҙең тормош-көнкүреше менән танышыуҙы ла маҡсат итеп ҡуйҙыҡ бөгөнгө әңгәмәлә.
– Сания Сәйет ҡыҙы, ҡайһы яҡта тыуып үҫтегеҙ? Уҡытыусылыҡ һөнәренә ҡыҙыҡһыныу ҡасан барлыҡҡа килде?
– Ырымбур өлкәһендәге Төйлөгән районының Аллабирҙе ауылында донъяға килгәнмен. Тыуған ауылымда һигеҙ йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, Салауат ҡалаһындағы педагогия училищеһына уҡырға керҙем.
Шулай итеп, 1972 йылда класташым Мәмдүҙә менән Салауат ҡалаһында башланғыс кластар уҡытыусыһы һөнәренә уҡый башланым. Педагогия практикаһына тыуған ауылыбыҙ Аллабирҙегә ҡайттыҡ. Мәктәп директоры Кәрим Ишбаев дәрестәремә лә, сараларға ла кереп ултырҙы, кәңәштәрен бирҙе. Ауыл клубында ла төрлө саралар ойошторҙом. Кәрим Ғайса улы улар тураһында район гәзите “Прогресс”ҡа яҙып ебәрергә кәңәш итте. Шул осорҙан башлап гәзит менән дуҫлаштым, үҙемдең уҡыусыларымды ла мәҡәләләр яҙырға өйрәттем, белемдәрен, телмәрен үҫтереүгә ҙур ярҙам булды был шөғөл. Әлбиттә, балалар яҙған мәҡәләләрен иң тәүҙә миңә күрһәтә, тикшереп хаталарын төҙәтәм, кәңәштәремде бирәм. “Юлдаш” радиоһы менән хеҙмәттәшлек иттек.
– Педагогия училищеһын тамамлағас та, тыуған ауылығыҙға эшкә ҡайттығыҙмы?
– 1976 йылда Кәрим ағай Ишбаев тыуған ауылым мәктәбенә эшкә ҡайтартты. 1976 йылдың 1 сентябрендә башланғыс кластар уҡытыусыһы булып Аллабирҙелә эш башланым. Шунда уҡ миңә пионервожатый вазифаһын да йөкмәттеләр. Эшем оҡшай, һөнәремде яратам, йүгереп йөрөп эшләп алып киттем. Һуңғараҡ юғары белем дә алдым. Шул дәртем бөгөн дә һүрелмәгән. Ҙур теләк менән дәрестәр, төрлө саралар ойошторам. Ошо йүнәлеште яратмау мөмкин дә түгел, сөнки балалар күҙеңә ҡарап ултыра, әйткән һәр һүҙеңә ышана.
1996 йылда ауылыбыҙҙа колхоз ике ҡатлы мәктәп төҙөнө, миңә мәктәпте етәкләргә тәҡдим иттеләр. Үҙемә белем биргән уҡытыусыларға етәкселек итергә уңайһыҙланып, тәүҙә риза булмағайным. Район хакимиәтенең мәғариф бүлеге етәксеһе (мәрхүмә инде) Вера Гарнова кабинетына индереп ултыртып, мине был эшкә күндерҙе. Ризалаштым һәм бер ыңғайҙан “ауылым мәктәбенә урта мәктәп статусы бирегеҙ” тигән теләгемде лә белдерҙем.
Үҙебеҙҙең Чапаев ауыл советы башлығы Әлхәт Хисамов ярҙамында кәрәкле документтар әҙерләнде. Уҡытыусыларҙың август кәңәшмәһендә район хакимиәте башлығы (ул саҡта Владимир Ожерельев ине) ауылыбыҙҙың белем усағына урта мәктәп статусы бирелеүен иғлан итте.
1996 йылдың 20 авгусы. Ике ҡатлы мәктәп төҙөлөп бөткән, тулы булмаған һигеҙ йыллыҡ мәктәбебеҙ ағастан булғас, янғын һағы ул мәктәптә уҡытырға рөхсәт бирмәне. Яңы төҙөлгән мәктәпте тиҙ арала әҙерләргә ҡуштылар. Рәхмәт ауылдаштарыма, көрәк-тырмаларын йөкмәп, мәктәпте төҙөлөш бысрағынан‚ сүп-сарҙан таҙартырға йыйылдылар. Бүлмәләрҙе йыуып сығарыуҙы, ағартыу эштәрен дә бергәләп башҡарҙыҡ. Ул йылда 16 бала беренсе класҡа килде, бөтәһе 98 уҡыусы менән яңы уҡыу йылын башлап ебәрҙек.
– Мәктәп директоры вазифаһында оҙаҡ эшләнегеҙме?
– 24 йыл мәктәп директоры булдым, 16 уҡыусыбыҙ урта мәктәпте миҙалға тамамланы. Ифрат аҡыллы ата-әсәйҙәр менән эшләү бәхете тейҙе, һәр башланғысымды дәррәү күтәреп алып, ихлас ярҙам итәләр. Яҙ көнө, 1 май алдынан “Урамым минең” акцияһына урамдарын йыйыштырырға уҡыусылар менән бергә атай-әсәйҙәр, ололар сыға.
Үҙем бәләкәй саҡта беҙҙең урамда пенсионер уҡытыусы Ғәйепйән Баянов йәшәй торғайны, яҙ еттеме, оҙон һеперткеһен ала ла барыһын да урам һеперергә сығара. Шулай итеп, тирә-яҡты дәррәү һепереп, таҙартып ҡуя инек. Бала саҡтағы матур өлгөнө иҫкә төшөрөп, ошо акцияны ойошторҙоҡ.
Балалар менән берлектә халҡыбыҙҙың әллә күпме матур йолаларына яңы һулыш индерҙек. 1999 йылда, уҡыу тамамланғас, ауыл туғайында “Балалар һабантуйы” уҙғара башланыҡ, VI класс уҡыусылары, иңдәренә ҡолға һалып, ауыл буйлап бүләктәр йыйҙы, уҡытыусылар һәр уйын төрөнә был бүләктәрҙе бер нисә ҡолғаға бүлде. Был йола бөгөн дә дауам итә.
Күмертау ҡалаһы гимназияһында йырсылар бәйгеһе хаҡында ишетеп ҡалдыҡ та “Мәктәбем һандуғасы” конкурсын үткәрә башланыҡ, быйыл был йыр байрамы 23-сө тапҡыр уҙғарыла.
2003 йылда беҙҙең Төйлөгән районында “Ырымбур башҡорттарының мәҙәниәте” тигән ҙур сара үтте. Ошо байрамда беҙҙең мәктәптең йырға оҫта балалары Башҡортостандан килгән ҡунаҡтарҙы йыр менән ҡаршыланы. Районда башҡорт теле уҡытылған бер бөртөк кенә мәктәп өсөн милләттәштәребеҙҙе ҡаршылау ҙур мәртәбә ине.
– Эшегеҙҙе ҙур дәрт менән башҡараһығыҙ. Ошо һөнәрҙе һайлауға нимә сәбәпсе булды?
– Уҡытыусы булыу теләге ҡасан барлыҡҡа килгәнен әйтә алмайым. Башланғыс кластарҙа уҡығанда ҡыҙҙар менән уҡытыусыбыҙға шул тиклем оҡшарға тырыша инек. Матур бөҙрә сәсле Дания Мәүлетйән ҡыҙына барыбыҙ ҙа һоҡлана торғайныҡ. Сәстәребеҙ уныҡы һымаҡ матур булһын өсөн, оҙон сөйҙө утҡа ҡуйып ҡыҙҙырып, маңлай сәстәребеҙҙе урап, бөҙрәләтә инек. Ошо рәүешле сәстәребеҙҙе көйҙөрөп бөтә инек һәм бының өсөн әсәйҙәребеҙҙән дә эләккәне булды. Дания апайыбыҙҙың почеркы шул тиклем матур ине, барыбыҙ ҙа уға оҡшарға тырыштыҡ. Беҙҙең класта хатта малайҙарҙың да яҙыуы матур булды.
1972 йылда 19 бала VIII класты тамамланыҡ, шул тиклем мәктәптән, ауылдан айырылғы килмәне. Район гәзитендә “өс ай уҡып, һатыусы булып эшләргә мөмкин” тигән иғланды уҡыным да: “Һатыусыға уҡып сығам да һеҙгә аҡса эшләшәм”, – тип атайым янына йүгереп барҙым. Ул был уйымды хупламаны. “Ҡыҙым, тәүҙә уҡытыусылыҡҡа уҡы ла һуңынан һатыусы булырһың”, – тине.
Шулай итеп, мин Салауат ҡалаһына юлландым. Был һөнәргә ихтирам, һөйөү бала саҡтан яралды. Телгә һөйөү ҙә бала саҡтан ғаиләнән үк тәрбиәләнгәндер, тим. Атайым да, әсәйем дә өйҙә гел башҡортса һөйләште. “Ағиҙел”, “Башҡортостан ҡыҙы” журналдарын, “Башҡортостан пионеры” (хәҙерге “Йәншишмә”) гәзитен алдырҙыҡ. Бала саҡ дуҫым, класташым Розаның өләсәһе Ғәйшә инәйҙең төндәр буйы әкиәттәр һөйләгәне лә күңелгә матур хәтирә булып уйылып ҡалған. Улар күрше генә йәшәгәс, мин әкиәт тыңлар өсөн генә ҡунырға керә инем. Салауат педагогия училищеһында башҡорт теле уҡытыусыһы Әҡлимә Сәйфетдинованың мауыҡтырғыс дәрестәре лә телгә ҡыҙыҡһыныуымды нығытты.
Хеҙмәтемде баһалаған наградаларым да аҙ түгел. “Рәсәй Федерацияһының почетлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре”, “Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы” тигән маҡтаулы исемдәр – эшемә юғары баһа. Телебеҙҙе, мәҙәниәтебеҙҙе үҫтереүҙәге тырышлығым Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының “Ал да нур сәс халҡыңа” миҙалы менән дә баһаланды. Төрлө конкурстарҙа яулаған уңыштарым да – хеҙмәтем емеше. Мәҫәлән, Өфөлә “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы-2005” конкурсында еңеүсе булдым. Мәктәп кенә түгел, ауылым тормошонда ла ҡайнап йәшәйем, Чапаев ауыл советына депутат итеп тә һайландым.
– Ғаиләгеҙ тураһында ла бер аҙ һөйләгеҙ әле. Балаларығыҙ башҡортса һөйләшәме?
– Тормош иптәшем, класташым Вәдит Вәхит улы менән өс ул тәрбиәләп үҫтерҙек. Өсөһө лә тап-таҙа итеп башҡортса һөйләшә, ике киленебеҙ бар. Уртансы улымдың кәләше – Бөрйән ҡыҙы, уның беҙгә “ҡайным”, “ҡәйнәм” тип өндәшеүе бик оҡшай. Улым менән ике ҡыҙ тәрбиәләйҙәр. Оло улыбыҙҙың кәләше Төйлөгән ҡасабаһынан, рус телендә белем алһа ла, башҡортса яҡшы аңлай, улар Салауат ҡалаһында йәшәй. Улдарым өсөһө лә Ырымбур педагогия институтын тамамланы, икәүһе уҡытыусы булып эшләй. Килендәрем дә ошо һөнәргә эйә, өлкәне генә уның буйынса эшләмәй. Дөйөм алғанда, ғаиләбеҙҙә дүрт уҡытыусы, Күҙбаевтар ғаиләһенең дөйөм педагогик стажы – 93 йыл. Ейән-ейәнсәрҙәребеҙҙең башҡорт телен белеүе, башҡортса йырлауы, шиғырҙар һөйләүе лә – беҙҙең өсөн ғорурлыҡ.
Эшемде яратҡас, мәктәп тә һәр ваҡыт үҙенә тартып тора. Хаҡлы ялға сығып, ике йыл өйҙә ултырғайным, мәктәпкә ҡабат саҡырҙылар, йәнә яратҡан эшемә тотондом. Уҡытыусы һөнәрен һайлағаныма үкенмәйем, эшемде дауам иткән улдарым, киленем, уҡыусыларым бар.
– Әңгәмә өсөн рәхмәт һеҙгә.
- Резеда ШӘҢГӘРӘЕВА