Белем һәм тәрбиә
5 Июнь 2023, 13:05

Колледждарға ғаризаны Дәүләт хеҙмәттәре порталы аша бирергә мөмкин

Порталда ошондай сервис эшләй башлаған.

Колледждарға ғаризаны Дәүләт хеҙмәттәре порталы аша бирергә мөмкинКолледждарға ғаризаны Дәүләт хеҙмәттәре порталы аша бирергә мөмкин
Колледждарға ғаризаны Дәүләт хеҙмәттәре порталы аша бирергә мөмкин

Дәүләт хеҙмәттәре порталында колледждарға ғариза биреү буйынса сервис эшләнгән. Был хаҡта Рәсәйҙең Һанлы үҫеш, бәйләнеш һәм киң коммуникациялар министрлығы хәбәр итә.

Документтарҙы теләгән тиклем ергә бирергә була, шулай уҡ һөнәр төрөн, белем алыу тәртибен дә һайларға мөмкин. Сервисҡа илдең 36 төбәгенән меңдән ашыу колледж ҡушылған да инде. Ҡабул итеү кампанияһы башланһа, уларҙың һаны тағы ла артасаҡ.
Көндөҙгө бүлектә уҡыуға ғаризалар ҡабул итеү тәртибе түбәндәгесә:
ижади һөнәрҙәргә - 10 авгусҡа, башҡаларына - 15 авгусҡа хәтлем.
Көндөҙгө бүлеккә урындар ҡалған хәлдә, документтарҙы ҡабул итеүҙе 15 ноябргә тиклем оҙайтыу ҡаралған. Башҡа төрлө уҡыу тәртибе буйынса ҡабул итеү ваҡытын һәр колледж үҙе билдәләй.

Ғаризаны нисек бирергә?
- Белем кимәлен күрһәтергә (9 йәки 11 класс);
- айырым шарттарҙы, әгәр ҙә бар икән, ниндәй льготалы категорияға ҡарағанығыҙҙы һәм шәхси ҡаҙаныштарҙы күрһәтергә;
- шәхси мәғлүмәттәрҙе һәм белем тураһындағыларын тикшерергә;
- аттестаттың скан-копияһын йә электрон дубликатын йәбештерергә;
- кәрәк икән, башҡа документтарҙы ла ҡушырға (әйтәйек, льготаға хоҡуҡ тураһында, маҡсатлы уҡытыу тураһында килешеүҙе, медицина белешмәһен).

Ғаризаны биргәндән һуң, шәхси кабинетҡа уны ҡарауҙың бөтә этаптары, өҫтәмә ҡабул итеү имтихандары, уларҙың һөҙөмтәһе тураһында мәғлүмәт килеп торасаҡ.
Һынауҙы уңышлы үтеп, уҡыуға алынғас, абитуриент шәхси кабинеты аша үҙенең ризалығын раҫларға һәм колледжға аттестатының оригиналын килтерергә бурыслы.
Документтарҙы ҡабул итеү тәртибе, ваҡыты тураһында һайлаған колледждың сайтына инеп белергә була.

Һүрәт: vk.com/mintsifry

Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас