Белем һәм тәрбиә
6 Июнь 2023, 06:10

Гранттар – уҡытыусыларға

35 йәшкә тиклемгеләр дәғүә итә ала.

Башҡортостанда йәш ауыл уҡытыусыларының 690 мең һум күләмендә грант алыу мөмкинлеге бар. Быйыл һәр береһе 690 мең һумлыҡ 150 грант ҡаралған. Шулай итеп, ауыл уҡытыусыларына ярҙам күрһәтеү өсөн 103,5 миллион һум аҡса йүнәлтелә. 

Республика Мәғариф һәм фән министрлығы хәбәр итеүенсә, конкурсҡа документтар 1 июндән ҡабул ителә башлай.

Башҡортостанда педагогтар өсөн гранттар 2019 йылдың июнендә раҫланғайны. Ауыл ерендә урынлашҡан мәктәптә ике йылдан ашыу эшләгән 35 йәшкә тиклемге уҡытыусылар грантҡа дәғүә итә ала. Уларҙы конкурс барышында Мәғариф һәм фән министрлығы билдәләй.

Рәшит КӘЛИМУЛЛИН

Читайте нас