Баймаҡ районының 1-се Төрөкмән ауылында дөйөм белем биреү мәктәбен капиталь ремонтлау дауам итә. Ул “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектын, “Белем биреүҙең мәктәп системаһын модернизациялау федераль программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә башҡарыла.
Райондың мәғариф бүлеге начальнигы вазифаһын башҡарыусы Фәнил Ирмәков һүҙҙәренә ҡарағанда, был учреждениены капиталь ремонтлауға һәм заманса ҡорамалдар менән йыһазландырыуға 52,8 миллион һум аҡса бүленгән, уның 44,3 миллионы федераль бюджетҡа тура килә. Төҙөлөштөң генераль подрядсыһы «СБС-СТРОЙ» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте.
- Капиталь ремонт буйынса эш быйыл яҙын башланды. Бөгөнгө көндә объектта 32 эшсе һәм ике төҙөлөш техникаһы эшләй. Бында ҡыйыҡты ябыу, электр, һыуүткәргестәр, канализация һуҙыу һәм эске эштәр билдәләнгән. Бынан тыш дөйөм белем биреү учреждениеһы яңы мебель, һанлы һәм спорт ҡорамалы, шулай уҡ ашхана өсөн техника менән йыһазландырыласаҡ, - ти Фәнил Ирмәков.
Төҙөкләндереү эштәрен 15 августҡа тиклем тамамлау планлаштырыла.
Дмитрий Фадеев.
Фото: Азамат Мөхәмәтшин.