Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
6 Июнь 2023, 16:45

Был лабораторияларға ихтыяж ҙур

Робототехника һәм VR бөгөн бөтә тармаҡтарҙа ла кәрәк

Был лабораторияларға ихтыяж ҙур
Был лабораторияларға ихтыяж ҙур

Робототехника һәм VR бөгөн бөтә тармаҡтарҙа ла кәрәк. Тәү сиратта, сәнәғәттә, сөнки был юғары кимәл белемгә һәм мөмкинлектәргә сығыу юл. Өфө дәүләт нефть техник университетында был йүнәлештәрҙе үҫтереү буйынса программалар тәүге йыл ғына тормошҡа ашырылмай, лаборатор тикшеренеүҙәр, форум һәм дискуссиялар үткәрелә. Был яңы технологиялар киләсәктә яғыулыҡ энергетикаһы һәм башҡа тармаҡтарҙа файҙаланылһын өсөн кәрәк.

Виртуаль ысынбарлыҡ һәм мобиль автономлы һәм пилотлап булған роботтарҙы эшләп сығарыу хәҙер Вуз-ара кампус стеналарында ла мөмкин буласаҡ. Әлеге ваҡытта ул Өфө үҙәгендә “Приоритет 2030” программаһының “Яңы тормош мөхите” Стратегик проекты сиктәрендә төҙөлә.

ӨДНТУ Евразия политех мәктәбенең ике лабораторияһы – виртуаль ысынбарлыҡ һәм робототехника – Евразия белем биреү үҙәге һәм университеттың индустриаль компания-партнерҙары өсөн VR-технологиялар булдырыу, сәнәғәт роботлы манипуляторҙарҙы программалау, робототехника өлкәһендә тикшереүҙәр үткәреү һәм уларҙы көндәлек тормошта файҙаланыу менән шөғөлләнәсәк.

Тикшеренеү һөҙөмтәһе булып эксплуатация буйынса VR-тренажерҙар, технологик процестарҙы һәм ҡорамалдарҙы көйләү буласаҡ. Әлбиттә, лаборатория эшмәкәрлеге ил һәм төбәк сәнәғәте ихтыяждарына яуап бирәсәк.

“Яңы технологиялар эшләү һәм заман сәнәғәтен үҫтереүгә булышлыҡ итеү – лабораторияларҙың ғилми һәм практик эшмәкәрлегенең төп маҡсаты. Һәм был Евразия белем биреү үҙәге һәм университеттың тармаҡ партнерҙары өсөн генә булмаясаҡ. VR и робототехника буйынса һанлы технологияларҙы индереү кампус резиденттары өсөн генә көнүҙәк түгел, был стартаптар һәм республика иҡтисадының төрлө тармаҡтары өсөн дә мөһим. Барыһы ла белемдән башлана, балаларға инженер культураһы тураһында дөрөҫ ҡараш һалырға, тәбиғи һәм аныҡ фәндәргә ҡыҙыҡһыныу уятырға кәрәк”, – тине ӨДНТУ-ның робототехники и VR-технологиялар лабораторияһы етәксеһе Денис Гулин.

Фото һәм сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/21087/

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: