Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
8 Июнь 2023, 07:00

Байғужа ауылы малайҙары йәйҙе нисек үткәрә?

Малайҙар ярҙамға мохтаж Солтанова Хәмдениса инәйҙәренә утынын ташып, өйөп биргәндәр

Байғужа ауылы малайҙары йәйҙе нисек үткәрә?
Байғужа ауылы малайҙары йәйҙе нисек үткәрә?

Йылайыр районының Байғужа ауылынан Зилә Солтанова белдереүенсә, Байғужа ауылының балалары йәйге каникулдарын ата-әсәләренә шәхси хужалыҡтарында ярҙам итеп үткәрәләр.


Ошо көндәрҙә Йылайыр гимназияһында белем алған Айтуған, Фәрүәз, Әлим, Баймаҡ ҡалаһы лицейында белем алған Харис, Руслан, Рифат, Матрай мәктәбендә белем алған Ильяс һәм Хәйбулла районы Юлбарыҫ мәктәбендә уҡыған кескәй Ирхан ярҙамға мохтаж Солтанова Хәмдениса инәйҙәренә утынын ташып, өйөп биргән.
Туғыҙынсы тиҫтәне ваҡлаған Хәмдениса инәйҙәре сикһеҙ ҡыуанып, фатихаларын биреп ҡалған.


Балаларының ялдары файҙалы ла, күңелле лә үтһен өсөн тырышҡан ата - әсәләргә тәртипле, ярҙамсыл, эшһөйәр улдар үҫтергәндәре өсөн ҙур рәхмәт!

Фото: Зилә Солтанова.

Байғужа ауылы малайҙары йәйҙе нисек үткәрә?
Байғужа ауылы малайҙары йәйҙе нисек үткәрә?
Байғужа ауылы малайҙары йәйҙе нисек үткәрә?
Байғужа ауылы малайҙары йәйҙе нисек үткәрә?
Байғужа ауылы малайҙары йәйҙе нисек үткәрә?
Автор:Карима Усманова
Читайте нас: