

Вуз -ара студенттар кампусының IQ-паркында “Яңы бизнес биләмәһе” тип исемләнгән студенттар эшҡыуарлығы үҙәге асыла. Был турала Өфө Фән һәм технологиялар университетының “Яңы бизнес биләмәһе” студенттар эшҡыуарлығы үҙәге етәксеһе Зөлфиә Садыҡова белдерҙе. IQ-парктың икенсе ҡатында йыл аҙағында асыласаҡ яңы биләмә сағыу йәштәр мөхитен булдырыуҙың иң уңайлы ысулы.
- Яңы кампус яңыса фекерләүҙе һәм ҡуйылған бурыстың стандарт булмаған ҡарарҙарын формалаштырыуҙы күҙаллай, - ти Зөлфиә Садыҡова.
“Яңы бизнес биләмәһе” ҡәтғи сиктәр һәм рамкалар ҡуймай. Сөнки йәштәр проекттары амбициялы һәм улар буй етмәҫлек һымаҡ. Шуға биләмәнең маҡсаты – мөмкинлектәрҙең сиктәрен туҡтауһыҙ киңәйтеү. Быны эшкә бизнестың яңы каналдарын йәлеп итеү иҫәбенә башҡарыу ниәтләнә.
Студенттар эшҡыуарлығы үҙәге – дөйөм майҙаны 210 квадрат метрға тиң ике бина. “Яңы бизнес биләмәһе” – яңы идеялар булдырыласаҡ урынға әүерелергә тейеш. Бында студенттар үҙҙәренең проекттарын булдыра аласаҡ, уларҙы практикала тормошҡа ашырасаҡ.
- Бында беҙ бизнес-берләшмәһе вәилдәре менән осрашыуҙар үткәрергә ниәтләйбеҙ, үҙебеҙҙең тәжрибәбеҙ менән бүлешергә әҙербеҙ. Ә эш биреүселәр үҙҙәре өсөн хеҙмәткәрҙәр таба аласаҡ, - ти үҙәк етәксеһе.
фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.