Белем һәм тәрбиә
16 Июнь 2023, 10:35

Ғилемле хур булмаҫ

Абыҙ ауылы балалары белемгә ынтыла.

Автор фотоһы.Автор фотоһы.
Фото: Автор фотоһы.

Ҡариҙел районы хакимиәте башлығы Айҙар Шәйҙуллин менән осрашҡанда, ул төбәктең яңылыҡтары һәм ҡаҙаныштары менән таныштырҙы. Һүҙ ыңғайы Абыҙ ауылы мәктәбе тураһында ла һөйләне, “унда барһағыҙ, барыһын да үҙ күҙҙәрегеҙ менән күрерһегеҙ”, тине. Форсаттан файҙаланып, шул тарафтарға юл тоттоҡ.

– Уҡыусыларҙың көтөп алған йәйге каникулы ла етте, үҙ сиратын­да, һәр береһе яҡшы кәйеф ме­нән һуңғы сиректе тамамланы, – тине Абыҙ ауылы мәктәбе директоры Альфред Вәғизов. – Иң мөһиме, балаларҙың уҡырға теләге шул хәтлем көслө, уҡытыусы­ларҙың да маҡсаттары ҙур, шуға күрә 2022/23 уҡыу йылын юғары күрһәткестәр менән тамамланыҡ. Тубылғы – ҙур, белемле хур бул­маҫ, тигән шикелле, мөғәллимдәр ҡыҙ һәм малайҙарҙы белемле булырға саҡыра, илебеҙгә лайыҡлы шәхестәр булып үҫһен өсөн бар көсөн һала.

Уҡыусылар тигәндән, йәшерен-батырын түгел, ҡайһы бер белем усаҡтарында балалар һаны артҡанда, башҡа мәктәптәрҙә, киреһенсә, ул кәмей. Етәксенән ошо турала ла һораныҡ.

– Мәктәп төп дөйөм белем биреү учреждениеһы статусына эйә, шуға ярашлы туғыҙ йыллыҡ уҡытыу ойош­торолған. Әлеге көндә 160 самаһы бала иҫәпләнә. Шуны ла билдәләргә кәрәк: беҙҙә абыҙҙар ғына уҡый. Тағы ла бер үҙенсәлек бар – Абыҙ район үҙәгенән йыраҡ урынлашмаған. Ике ауылды Ҡар­и­ҙел йылғаһы айырып ята, ара ике километр тирәһе. Балаларын  Ҡари­ҙел ауылы мәктәбенә уҡырға бир­гән ата-әсәләр ҙә бар.

IX класты тамамлап, ҡулдарына аттестат алған егет һәм ҡыҙҙарҙың кемеһелер Ҡариҙел урта мәктә­бендә уҡыуын артабан дауам итә. Ҡайһы берәүҙәр, һөнәр алыу маҡса­тында, республикабыҙ ҡала­ларындағы лицей һәм кол­ледж­дарға уҡырға инә, хатта Свердловск өлкәһе тарафтарына ла юлланыусылар юҡ түгел. Кем ҡайҙа ғына белем эстәмәһен, һәр береһе үҙҙәрен яҡшы яҡтан ғына күрһәтә, берәү ҙә уҡытыусыларының йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтергәне булманы. Артабан да ҡариҙелдәр һынатмаҫ, тип ышанабыҙ, – тине мәктәп етәксеһе. 

Альфред Вәғизов һөйләүенсә, быйыл IX класты 12 бала тамам­лаған. Бөгөн шунса бала X класҡа бара, бүтәндәре һөнәрселек колледждарын һайлай, тип аныҡлап әйтеп булмай. Йәш-елкен­сәктең фекере йыш үҙгәреү­сән, шуға күрә яңы уҡыу йылы башына барыһы ла асыҡланасаҡ.

Йәнә мөһим бер әйберҙе телгә алмау мөмкин түгел: Абыҙ мәктәбе дөйөм белем биргән район мәктәп­тәре араһында балалар һаны буйынса – өсөнсө, ә туғыҙ йыллыҡ мәктәптәр араһында беренсе баҫҡыста тора.

Ҙур ҡала мәктәптәрендә I класта биш-алты, хатта етешәр параллель булыуын беләбеҙ. Был тәңгәлдә Абыҙ мәктәбендә хәлдәр нисек? Ошо хаҡта ла һорашам.

– 22 бала йыйылған, был беҙҙең өсөн бәләкәй һан түгел, – тип ҡыуа­нысы менән уртаҡлаша Альфред Вәғизов. – Кескәйҙәрҙең уҡыр­ға күберәк килеүе демогра­фияның яҡшы булыуын аңлата. Класс етәк­сеһе Елизавета Лепихина ысын мәғәнәһендә һәр береһе өсөн яна-көйә. Ниҙер килеп сыҡмаһа, уларға ҡарағанда ла нығыраҡ борсола, әм­мә барыһын да ваҡытында төҙә­теп ебәрә. Ә инде уларҙың кес ке­нә еңеүҙәрен дә үҙенекеләй ҡабул итеп өйрәнеүенә афарин тиеүҙән башҡа һүҙ юҡ. Тәжрибәле мөғәл­лимә Елизавета Сергеевна яндарында булғанда ошо малай һәм ҡыҙҙарҙың барыһы ла үҙҙәрен ышаныслы тотасаҡ. “Һеҙ бәхетле, сөнки өр-яңы мәктәптә белем ала­һығыҙ, шәп уҡытыусыға эләктегеҙ!” – тип маҡтау һүҙҙәрен йыш еткерәбеҙ.

Белем биреү учреждениеһында 14 уҡытыусы балаларҙы уҡымыш­лылыҡҡа өндәй, тәрбиәгә өйрәтә. Мәктәп директорының уҡы­тыу-тәрбиә эштәре буйынса урын­баҫарҙары Лиана Динисламова, Илфира Ғатауллина, директорҙың кәңәшсеһе Юлиә Мөхөтдинова һәм башҡалар Альфред Хәсән улы менән уртаҡ эштәрҙе бөтә тулылығында бойомға ашыра.

Абыҙ мәктәбендә балалар күңе­лендә башҡорт теле һәм әҙәбиә­тенә һөйөү уятыусы кем тип уйлайһығыҙ? Таныш булығыҙ – ул Гөлнара Солтанова, сығышы менән Баймаҡ районынан. Әйткәндәй, мәктәп директоры алдынғы уҡытыу­сылар тураһында һөйләгәндә уның да исемен маҡтап телгә алды, мөғәллимәнән уңыуын билдәләне.

– Тел тураһында дәрестәр бир­гән­дә, мотлаҡ мәҡәл-әйтемдәрҙе ҡул­­ланам, – ти Гөлнара Рәхмәт ҡы­ҙы. – Туған телен ҡәҙерләгән халыҡ ҡәҙерле булыр, туған телем – үҙ телем, ҡайҙа барһам, үҙ көнөм, тип туған телебеҙгә ихтирам тәр­биәләргә тырышам. Балаларҙың башҡорт телен теләп өйрәнеүен күреү ныҡ шатлыҡлы.  

Абыҙ урта мәктәбе уҡытыусы­лары малай һәм ҡыҙҙарҙы патриотик рухта тәрбиәләүгә күп ваҡыт бүлә. “Рәсәй – беҙҙең илебеҙ”, “Яратам һине, тыуған илем”, “Ватаным – Рәсәй”, “Рәсәйгә хеҙмәт итәм” һәм башҡа стендтар фойе стенаһын биҙәй. 23 февраль – Ватанды һаҡлаусылар көнө, 9 май – Еңеү көнөнә бәйле саралар йыл һайын юғары кимәлдә үтә.

– Һәр дүшәмбе иртән линейкала флаг күтәреү күркәм йолаға әйлән­де, уны уҡыу алдынғыһы башҡара, – ти Альфред Вәғизов. – Шул уҡ ваҡытта Рәсәй гимны яңғырай. Унан инде “Мөһим нәмәләр тура­һында һөйләшеү” дәресе башлана. Быларҙың барыһы ла кәрәк, балалар Тыуған илен яратып, Ватанын ололап үҫергә тейеш.

Альфред Хәсән улының һүҙҙә­ренә ҡарағанда, ауылдың да, мәк­тәптең дә исеме есеменә тура килә. Абруйлы һәм ғилемле заттарҙы ололау маҡсатында халыҡ уларға абыҙ тип өндәшкән. Ысынлап та, Ҡариҙел районы данлы шәхестәре менән сикһеҙ ғорурлана. Ғүмере буйы урман хужалығында тир түккән Социалистик Хеҙмәт Геройы Василий Дульцев – шуға асыҡ миҫал. Төбәк дүрт Советтар Союзы Геройын үҫтергән. Мәҫәлән, Петр Корочкин, Николай Романов, Сергей Черепахин һәм Нурлы Миңләх­мәтов яҡты киләсәгебеҙ өсөн үҙҙәрен аямаған. Ҡариҙел – донъя­ға бер Рәсәй Геройын тәрбиәләгән район. Хәйер, летчик полковник Владимир Алимовты барыбыҙ ҙа белә. Бынан тыш, агросәнәғәт комплексында тир түккән фермерҙар, завод-фабрикаларҙа эшләгән белгестәр, педагогтар, урмансылар, сәнғәт әһелдәре һәм башҡа һөнәр эйәләре, ҡыҫҡаһы, барыһы ла төбәкте данлай һәм донъяға таныта.

– Арҙаҡлыларыбыҙҙың һәммәһе лә – ғорурлығыбыҙ, бигерәк тә йәш быуын өсөн, – тип улар хаҡында тәьҫораттары менән уртаҡлаша Абыҙ ауылы мәктәбе уҡытыусы­лары. – Улар тураһында һөйләп балаларҙы дәртләндерәбеҙ, һәр береһенә тиңләшергә саҡырабыҙ.

Абыҙ мәктәбе уҡытыусылары ла, уҡыусылары ла махсус хәрби операция биләмәһендәгеләргә мөмкин тиклем булышлыҡ итергә тырыша. Ҡыҙ һәм малайҙар һалдаттарға хат яҙып һалған, ә педагогтар, кәрәк-яраҡ йыйып, гуманитар ярҙам күрһәткән.

Мәктәп менән балалар баҡсаһының бергә урынлашыуына нисек ҡарайһығыҙ? Миңә ҡалһа, ике учреждениеның бер ҡыйыҡ аҫтында булыуы бик тә отошло.

– Беҙҙә дүрт төркөм эшләй, 74 малай һәм ҡыҙ баҡсаға йөрөй, – ти балалар баҡсаһы мөдире Неля Рогожникова. – Өлкән тәрбиәсе, тәрбиәселәр, логопед, физкультура инструкторы – бөтәһе 17 хеҙмәткәр көнө буйы бәләкәстәр менән мәж килә. Балаларға бында төрлө яҡлап үҫешеү өсөн уңайлы шарттар булдырылған.

Күптән түгел йәш белгесте эшкә алғандар. Логопед Гөлшат Латипова ҡыҙ һәм малайҙарҙы өндәрҙе – асыҡ, ә һүҙҙәрҙе дөрөҫ итеп әйтергә өйрәтә. 

 - Илдар АҠЪЮЛОВ

Ҡариҙел районы.

Читайте нас