

Эйе, минең дә иҫемдә тәү тапҡыр алтын һуҡмаҡҡа аяҡ баҫҡан көнөм. Ҡояшлы, матур, аяҙ көндә аҡ таҫмалар тағып, ап-аҡ алъяпҡыс кейеп, Баймаҡ районының Байыш мәктәбенә уҡырға барҙым. Класта ете ҡыҙ, биш малай инек. Тәүге уҡытыусым, хөрмәтле остазым әсәйем Тәнзилә Миңлеғәле ҡыҙы Хамматова булды. Балалар баҡсаһына йөрөмәгән, уҡыу-яҙыуҙы белмәгән ҡыҙҙар һәм малайҙар уның сираттағы бишенсе класы ине...
1967 йылда Сибай педагогия училищеһының тәүге ҡарлуғасын – башланғыс кластар уҡытыусыһы һөнәрен алған әсәйемде Байыш һигеҙ йыллыҡ мәктәбенә эшкә тәғәйенләйҙәр. Ул 30 йыл ғүмерен балалар уҡытыуға бағышлай. Хеҙмәт кенәгәһендә ике генә яҙыу – эшкә алыныуы һәм хаҡлы ялға сығыуы тураһында яҙмалар. Эш осоронда үҙен төплө белемле, яңылыҡҡа ынтылыусан, көслө уҡытыусы итеп таныта Тәнзилә Миңлеғәле ҡыҙы. Бихисап асыҡ дәрестәр күрһәтә, “Йыл уҡытыусыһы-1993” конкурсында район намыҫын яҡлай. Уҡыусыларын төрлө ижади конкурстарҙа ҡатнаштырып, бар фантазияһын, маһирлығын ҡушып бейеүҙәр һала, үҙе костюмдар тегә, реквизиттар эшләй.
Партия, комсомол, пионерия эше гөрләп тора ине ул заманда. Бөтмәҫ-төкәнмәҫ йыйылыштарҙа, конференцияларҙа, семинарҙарҙа ҡатнаша, агитаторлыҡ эшен алып бара, методик берекмә етәксеһе була. Моңло тауышлы әсәйем концерттарҙа сығыш яһай, спектаклдәрҙә төп ролдәрҙе башҡара.
Белемгә ынтылыуы, заман талабы әсәйемде 38 йәшендә ситтән тороп Башҡорт дәүләт педагогия институтына уҡырға инергә мәжбүр итә. Беҙҙе – биш ҡыҙын, атайымды, донъяһын ҡалдырып, йылына ике тапҡыр сессияға йөрөү нисек ауыр булғанын хәҙер генә аңлайым. Әммә әсәйем бирешмәй, атайым Вәлиулла Хоҙайбирҙе улының, күршеләге килендәше Миңнур инәйемдең ярҙамын тойоп, уҡып бөтә. Ҡәйнәһе Өмөгөлсөм менән 15 йыл йәшәп, уны матур итеп тәрбиәләп, һуңғы юлға оҙаталар.
Ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс, яратҡан уҡытыусы һөнәренә тоғро ҡала ҡәҙерлем. Уҡыусыларында ла ошо абруйлы, мәртәбәле һөнәргә ҡарата һөйөү уята алды. Фәрзәнә Хәсәнова, Асия Мортазина, Миңзәлә Байышева, Дилбәр Шахморатова, Фирҙәүес Мортазина, Мәлифә Иҫәнова, Зәүрә Рәхимова, Әлфиә Шахморатова, Мәзүнә Дәүләтшина, Рәзилә Мостафина уҡытыусы булып Башҡортостандың төрлө төбәктәрендә уңышлы эшләп йөрөй. Әйткәндәй, әсәйемдең ике ҡыҙы уҡытыусы һөнәрен һайланы. Башҡа йылдарҙағы сығарылыш уҡыусылары менән дә бәйләнеште өҙмәй Тәнзилә Миңлеғәле ҡыҙы. Осрашыуҙарға, уҡыусыларының ғаилә байрамдарына, тыуған көндәренә ихласлыҡ менән бара, ҡәҙер-хөрмәт күрһәткән табындарҙа күңеле булып ултырып ҡайта.
Әлеге көндә әсәйем иң бәләкәй ҡыҙы Әлиә, иманлы, итәғәтле кейәүе Ильяс, “өләсәйем” тип өҙөлөп торған Ансар, Кәрим ейәндәре менән Сибай ҡалаһында ғүмер итә. Киң күңелле, алсаҡ, тормошто яратҡан әсәйемдең өйөнән кеше өҙөлмәй. Туғандары, балалары, ейән-ейәнсәрҙәре, әхирәттәре килеп, сәй эсеп, хәл белешеп тора. Төркөмдәштәре менән дә осрашып торалар. Йылдар үтеү менән уларҙың дуҫлығы нығый ғына бара.
Ғүмер бүләк иткән, уҡырға, яҙырға өйрәткән беренсе уҡытыусыма, кәңәш-ярҙамынан ташламаған ҡәҙерле кешемә, һаулыҡ, бәхетле ҡартлыҡ теләйем. Һинең доғаларың, изге теләктәрең беҙҙе һаҡлаһын, ҡурсалаһын, ныҡлы рухың ғүмер буйы оҙата килһен ине.
- Дилбәр МОРТАЗИНА
Сибай ҡалаһы