Белем һәм тәрбиә
16 Июнь 2023, 10:45

Тәүге дәрес

Күңелебеҙгә һүнмәҫ сатҡылар һалды.

“Кешенең иң ҙур байлыҡтарының береһе – хәтер. Иң ҙур хыянаттарының береһе – хәтереңә хыянат итеү. Хәтереңде юғалтыу – уныһы тәбиғәттән килгән фажиғә, ә бына хәтерең камил була тороп та, иҫеңдә тоторға тейеште онотоу – быныһын ниндәй һүҙ менән аңлатырға?” тип яҙғайны Рауил Бикбай үҙенең көндәлектәрендә. Халыҡ шағирының тап ошо һүҙҙәре был мәҡәләгә тотонорға сәбәп булды.

 

1964 йыл. Өфөләге 1-се мәктәп-интернатҡа килеп уҡый башлаған сағым. Тарих фәненән уртаса буйлы, ҡап-ҡара сәсле, матур итеп мыйыҡ ебәргән бер ағай килеп инде. Ул үҙен “Әнүәр Зәкир улы булам, һеҙҙе тарих фәненән уҡытырмын, класс етәксеһе лә булырмын”, тип таныштырҙы. Мәскәү дәүләт университетын тамамлап, мәктәп-интернатта алтынсы йыл уҡытып йөрөүен әйтмәне. Быны аҙаҡтан, Әнүәр ағай Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтына эшкә күскәс, белдек.

Мәктәпте тамамлауға ла алты тиҫтә йылға яҡын ваҡыт үткән. Күп кенә уҡытыусыларымдың йөҙөн, ҡайһыларының исем-шәрифен дә онота башлағанмын инде, ә Әнүәр ағайҙың  тәүге дәресе бөгөнгөләй күҙ алдымда тора.

Үҙе тураһында шуларҙы әйткәс, уҡытыусыбыҙ беҙҙең менән таныша башланы. Һәр беребеҙҙең исем-фамилияһы, ҡайһы яҡтан булыуыбыҙ менән ҡыҙыҡһына. Сират миңә етте.

– Исемең кем?

– Фәрит.

– Атайыңдың исеме?

– Зәбихулла.

– Фамилияң?

– Ахмеров.

Әнүәр ағайҙың йөҙөндә моңһоулыҡ ҡатыш йылмайыу сағылып ҡалды:

– Ахмеров түгелдер инде, Әхмәров. Һинең нисәнселер быуын ҡартатайың Әхмәр исемле булғандыр, моғайын. Ишеткәнең булманымы?

– Юҡ.

– Ҡайһы райондан булаһың?

– Йылайыр районының Аралбай ауылынан.

– Һаҡмар һыуын һыулайһың инде улай булғас. Һеҙҙең ауыл элек Матрай районына ҡараны. Матрай районының үҙәге ҡайһы ауылда булған?

– Матрай булғас, Матрайҙалыр инде.

– Юҡ, Юлдыбай ауылында булды. Районығыҙҙан ниндәй билдәле кешене беләһең?

Тау-таш араһында юғалып ятҡан бәләкәй генә ауылдан тәүгә сығып, VI класҡа уҡырға килгән бала ни генә белһен инде. Ауылға электр  уты ла үтмәгән, юл да юҡ. Урам уртаһында, Сәлимйән олатайҙарҙың ҡаршыһындағы бағанаға эленгән  “биҙрә” радио көнө-төнө ҡысҡырып тора тороуын. Туҡта... Йыш ҡына кемдең ҡурайҙа уйнауын тапшыралар әле шул радионан? Иҫемә төштө лә:

– Ғата Сөләймәнов! – тинем ҡыуанып.

– Юҡ, яңылышаһың. Ғата Сөләймәнов – Баймаҡ кешеһе. Һеҙҙең күршегеҙ була инде. Ә бына Йылайырҙан сыҡҡан бик шәп ҡурайсы бар – Ишмулла Дилмө­хәмәтов. Иҫке Яҡуп ауылынан...

Әнүәр ағай Әсфәндиәров тураһында һөйләһәләр йәки уҡыһам, гел генә ошо “танышыу” дәресе иҫкә төшә. Бөгөнгө көн бейеклегенән ҡарап, шуны әйтә алам: Әнүәр ағай ябай ғына әңгәмә аша ла уҡыусыларының бәләкәс кенә йөрәгенә тамырҙары менән ҡыҙыҡһыныу, уны аңлау, белергә ынтылыу сатҡылары һалырға тырышҡан. Ул ваҡытта шәжәрә тигән төшөнсә лә юҡ ине әле. Ул һүҙҙең нимә аңлатҡанын да белмәнек.  Бөгөн шәжәрә һүҙе телебеҙҙән төшмәй икән, быны Әнүәр Зәкир улының да хеҙмәттәренең емеше тип һанайым. Күпме кеше уның китаптары аша үҙ асылын, тоҡомдаштарын, туғандарын тапты, ырыуын таныны, милли булмышын юллай башланы.

Уның сығырынан сыҡҡанын, кешегә ауыр һүҙ әйткәнен ишеткәнебеҙ булманы. Кешелекле, кеселекле, ғәжәп сабыр булды арҙаҡлы ғалимыбыҙ, класс етәксебеҙ Әнүәр Зәкир улы Әсфәндиәров.

- Фәрит ӘХМӘРОВ
 Сибай ҡалаһы

Читайте нас