

Бөгөнгө көндә Өфөлә төҙөлгән Евразияның фәнни –белем биреү үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусында төбәктең иң алдынғы үҙәктәре һәм лабораториялары урынлашасаҡ. Уларҙың береһе – Өфөнөң Фән һәм технологиялар университетының яңы материалдар дизайны лабораторияһы. Уның төп маҡсаты - органик наноэлектроника һәм спинтроника үҫеше өсөн кәрәкле өр яңы материалдар алыу.
Яңы материалдар дизайны лабраторияһы 2021 йылда Башҡорт дәүләт университетының физика-техника институты нигеҙендә асыла.
-Беҙҙең тарафтан заманса спинтроника һәм конденсацияланған мөхит физикаһы үҫеше өсөн мөһим булған яңы физика күренештәре асыҡланды. Шулай уҡ топологик магнит нанообъекттары аныҡланды, был да яңы күренеш булып тора, -тип билдәләне лаборатория директоры Илдус Шәрәфуллин.
Шулай итеп, “Өҫтөнлөк 2030” программаһы һәм йәштәр лабораторияһы эшмәкәрлеген финанслау һөҙөмтәһендә органик ялан транзисторҙарының яңы прототиптары булдырылған. Характеристикаһы буйынса күрһәткестәре ун тапҡыр өҫтөнөрәк.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.