

Таныш булығыҙ: Урал аръяғы агроинженерия колледжы директоры Тимур Азат улы ҠОРБАНҒӘЛИЕВ. Йылайыр районының Юлдыбай ауылында тыуып үҫкән егет, Башҡорт дәүләт аграр университетын тамамлағас, колледжда мастер, урынбаҫар булып эш башлай. Әле ул абруйлы уҡыу йортоноң етәксеһе вазифаһын башҡара. Башланғыс һөнәри белем биреү тармағында иң абруйлы Урал аръяғы агроинженерия колледжы киләһе йылда 90 йыллыҡ юбилейын ҡаршы алырға әҙерләнә. Етәксе менән әңгәмә уҡыу йортоноң бөгөнгөһө, киләсәге хаҡында.
– Тимур Азат улы, был уҡыу йорто Урал аръяғы өсөн бик ҙур әһәмиәткә эйә булды, майҙаны буйынса ҡеүәтле райондарҙың колхоз-совхоздары өсөн кәрәкле белгестәр ошонда әҙерләнде. Уҡыу йортоноң тарихына күҙ һалайыҡ әле…
– Эйе, 90 йыл дауамында уҡыу йорто көньяҡ-көнсығыш райондар өсөн 45 меңдән ашыу белгес, эшсе әҙерләп сығарҙы, шулар араһынан биш кеше Социалистик Хеҙмәт Геройы исеменә лайыҡ булды.
2011 йылда 20 миллионлыҡ грант отоп, заманса техника, уҡыу йыһаздары алыуға өлгәштек. Былтыр “Айыҡ ауыл” республика бәйгеһендә Юлдыбай ауылы өсөнсө урынды яуланы, унда беҙҙең коллектив та әүҙем ҡатнашты, ярҙам иттек.
– Хеҙмәт баҙары шарттары ла үҙгәреп тора. Ниндәй һөнәрҙәр буйынса белгестәр, эшселәр әҙерләйһегеҙ?
– Беҙҙә уҡыусылар IX һәм XI кластан һуң килеп, ауыл хужалығы производствоһы мастеры, киң профилле тракторсы, ауыл хужалығы техникаһын ремонтлау буйынса слесарь һөнәрҙәрен алыу мөмкинлегенә эйә. Шулай уҡ электр һәм газ менән иретеп йәбештереүсе, электромонтер, умартасы һөнәрҙәренә уҡытыла. Түләүле нигеҙҙә өҫтәмә белем биреү алып барыла. Киске курстарҙа “В”, “С”, “Е” категорияһына уҡытабыҙ, үҙебеҙҙең студенттарға түләү йәһәтенән 50 процент ташлама ҡаралған.
– Ҡыҙҙарҙы ниндәй һөнәрҙәргә уҡыталар?
– Йорт хужабикәһе һөнәренә ихтыяж ҙур: ул бер юлы ашнаҡсы, йәшелсәсе, иҫәпсе белемдәрен бирә. Ейәнсура, Хәйбулла, Баймаҡ райондарынан ҡыҙҙар күп килә. Был һөнәр менән артабан Себер яҡтарына эшкә юлланалар. Һатыусы, контролер-кассир, ашнаҡсы-кондитер һөнәре лә ылыҡтырғыс.
– Уҡыусылар өсөн ниндәй шарттар булдырылған? Ятаҡта йәшәү шарттары нисек?
– Өсәр ҡатлы заманса ике ятағыбыҙ бар, унда йәшәү өсөн бөтә шарттар булдырылған. Уҡыусылар ашханала өс тапҡыр бушлай ашай. Үҙебеҙҙең баҡса бар, картуф, кәбеҫтә, кишер кеүек йәшелсә йыл да уңа. Теплицала помидор, ҡыяр үҫтерәбеҙ. 600 гектар еребеҙ бар: бойҙай, арпа, һоло сәсәбеҙ. Унда ла беҙҙең егеттәр эшләй. Күптән түгел Алғушаев, Иҫәндәүләтов крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарында яҙғы сәсеү эштәрен яҡшы башҡарған Бәхтиәр Әбсәләмов, Артур Хаживәлиев, Денис Такалов, Руслан Ғәлин, Илмир Ғәйнетдинов исеменә рәхмәт хаты килеп төштө. Бик ҡыуаныслы хәл, яҡшы алмаш үҫә.
– Уҡытыусылар коллективы хаҡында ла әйтһәгеҙ ине. Улар студенттарға атай-әсәй кеүек иғтибарлы, йылы мөнәсәбәттә, тип ишеттек…
– Коллективта 34 кеше, шуның 17-һе – тәжрибәле уҡытыусылар. Мәҫәлән, уҡыу буйынса урынбаҫар Булат Биксаев, өлкән мастер Азамат Әбүбәкиров, тәрбиә эше буйынса урынбаҫар Гөлшат Ҡорбанғәлиеваны маҡтап телгә алыр инем. Улар менән берлектә студенттар спорт секцияларында, ярыштарҙа ҡатнаша. Фәһемле кисәләр, ҡыҙыҡлы конкурстар, осрашыуҙар үткәрелә. Ирекмәндәр төркөмө эшләй, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәргә даими ярҙам итәбеҙ. Гуманитар йөк алып барыуға “ГАЗель” автомобиле бүләбеҙ. Әйткәндәй, беҙҙең уҡыу йортон тамамлағандар унда күп хеҙмәт итә.
– Тимур Азат улы, әңгәмә өсөн рәхмәт! Уҡыу йортона артабан да уңыштар юлдаш булһын!
- Г. СӘЛИХОВА