

"Мин бик бәхетле, эргәмдә хәстәрлекле, ейәндәрен яратҡан, йылы һүҙле өләсәйем бар!
Үҙемде белә башлағандан алып ул һәр саҡ янымда. Ваҡыты тығыҙ булыуына ҡарамаҫтан, миңә һәр саҡ ваҡыт тапты. Беренсе аҙымдарымды күҙәтте, тәүге китаптар һәм хәрефтәр, уйындар һәм конструкторҙар менән танышыу ҙа уның менән бергә...Бер миңә генә түгел, ә йөҙәрләгән уҡыусыларына бик кәрәк ул минең өләсәйем – Нилә Сәхиулла ҡыҙы Ғәлимуллина. Ул - педагогия хеҙмәте ветераны, Ҡыңғыр-Мәнәүез урта мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы.
Тау-урманлы Белорет районында тыуып үҫкән өләсәйем Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтына уҡырға инә. Белорет ҡалаһында эшләгәндә яҙмышын – Борис Хәтим улын осрата, уға тормошҡа сыға һәм Бишбүләк районына күсеп килә. Улар бына ҡырҡ йыл инде үҙ-ара бик дуҫ, ярҙамлашып йәшәйҙәр. Өс балаларын үҫтереп, тормош юлына сығарыу менән бергә, хәҙер беҙҙе , ейәндәрен, йәшәргә, эшкә өйрәтәләр. Өлкән йәштәге күршеләренә ярҙам итәләр. Олатайым Тәүхетдин бабайға йәки Вәсилә инәйгә барып, ҡышын ҡар таҙарта, газ приборҙарын тикшереп тора.Өләсәйемдең Маҡтау ҡағыҙҙарының иҫәбе юҡ. Яҡшы эшләгәне өсөн “Башҡортостандың мәғариф отличнигы” исемен биргәндәр. Ауылдың бөтә йәмәғәт эшендә ҡатнаша, ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе лә, мәктәп музейы директоры ла булды. “Әхирәттәр” фольклор ансамблендә утыҙ йылдан ашыу ҡатнашты. Әле лә байрамдан ҡалғаны, сәхнәнән төшкәне юҡ. Ә ул бешергән тәмлекәстәр тураһында һөйләп тә тормайым, иң тәүҙә тәмләп ҡарарға кәрәк. Беҙ- уның биш ейәне– барыбыҙ ҙа өләсәйебеҙҙе яратабыҙ, эргәбеҙҙә оҙағыраҡ булыуын теләйбеҙ!”– тип яҙа ҡәҙерле өләсәһе тураһында ейәне Максим Таран.
Фото: шәхси архивтан.