

“Өҫтөнлөк-2030” федераль программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә Өфө дәүләт нефть техник университетында 2021 йылдан алып водород-углерод технологиялары үҙәге уңышлы эшләп килә. Уның эшмәкәрлеге ошоға бәйле бурыстарҙы хәл итеүгә йүнәлтелгән. Был үҙәктең эшенең бер өлөшө вуз-ара кампус стеналарында алып барыласаҡ. Иң алдынғы лабораториялар һәм фәнни үҙәктәр әлеге көндә Өфөлә төҙөлгән яңы заманса бинала урынлашасаҡ. Уларҙың береһе - Углерод технологиялары үҙәге, унда йәш ғалимдар углерод нигеҙендә перспективалы функциональ материалдар алыу ысулдарын эшләү һәм индереү менән шөғөлләнәсәк.
Углерод технологиялары үҙәгенең төп бурыстарының береһе - үҙҙәренең фәнни эшмәкәрлек буйынса кадрҙарҙы әҙерләү, ҡабаттан әҙерләү һәм квалификацияһын күтәреү системаһын булдырыу. Бакалавриат кимәлендә үк студенттар үҙәктең эшенә йәлеп ителәсәк. Түңәрәктәрҙән башлап, магистранттар, аспиранттар һәм йәш ғалимдар өсөн фәнни-тикшеренеү эшмәкәрлегенә тиклем эш алып барыла. 2022 йылда Өфө дәүләт нефть техник университетында “Газпром нефть” асыҡ акционерҙар йәмғиәте партнерлығында “Химия һәм функциональ углерод материалдары технологияһы" тип исемләнгән яңы магистр белем биреү программаһы асылды. Һөҙөмтәлә, берлектәге технологиялар булдырыла.
Евразия фәнни-белем биреү үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусын төҙөү “Фән һәм университеттар” милли проекты сиктәрендә башҡарыла.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.