Белем һәм тәрбиә
27 Июнь 2023, 06:26

Күрҙем мәктәбен дә барып күрҙек

Айрат НурмөхәмәтовАйрат Нурмөхәмәтов
Фото: Айрат Нурмөхәмәтов

Донъябыҙҙы йәмләп, урман-туғайҙарҙы йәшеллеккә күмеп, хуш еҫтәрен таратып, еребеҙгә йәй килде. Ял, сәләмәтлекте нығытыу, сәйәхәт итеү өсөн иң уңайлы, матур мәл. Башҡортостандың халыҡ  шағиры Әнғәм Атнабаев  исемен йөрөткән Иҫке Күрҙем урта мәктәбе, уҡыу йылы тамамланыуға ҡарамаҫтан, балалар тауышынан шау-гөр килеп тора. Ай башынан асылған көндөҙгө лагерь иртәнән алып көндөҙгө сәғәт өскә тиклем эшләй. Лагерь начальнигы Ләйсән Хәлил ҡыҙы Дәүләтбаева әйтеүенсә, балалар мәктәпкә аралашырға, уйнарға, шөғөлләнергә ҙур теләк менән килә. Вожатыйҙар командаһы эшләй, ете отряд булдырылған.

 

Һәр кем асыш таба

 

“Балалар ни өсөн лагерҙы үҙ итә, эште йөкмәткеле, йәнле итеп ойоштороу өсөн ниҙәр кәрәк?” тигән һорауға мәктәп директоры Фердинанд Карамов былай тип яуапланы: “Уҡыусыларҙың йәйге ялына сағыу буяуҙар өҫтәү, уларҙы сыныҡтырыу, һәр көнөн мауыҡтырғыс итеп ойоштороу өсөн уҡыу йылы барышында уҡ уйланабыҙ. Лицензия алыу өсөн алдан әҙерлек эше бара, бөтә шарттар, уңайлыҡтар тикшерелә, бер һүҙ менән әйткәндә, мәктәп торошон, әҙерлекте “иләк аша” үткәрәләр. Шулай булырға тейеш тә, балаларҙың ялы хәүефһеҙ, ойошҡан һәм күңелле үтһен өсөн яуаплылыҡ көслө. Ашнаҡсыларыбыҙ тәмле аш-һыуы менән балаларыбыҙҙың кәйефтәрен күтәрә, вожатыйҙарыбыҙ туризм йүнәлешендә эшләй, сәфәрҙәргә, киноға йөрөтә. Яңыраҡ Шулғандағы робот техникаһы түңәрәгенең эшмәкәрлеге менән танышырға барҙылар. Көн һайын  һәр кем үҙе өсөн ниндәйҙер яңылыҡ, асыш таба...”

Иҫке Күрҙем ауылы мәктәбендәге көндөҙгө һәм хеҙмәт лагерында 150 бала ял итә. Районда ул – иң ҙурыһы. Балалар ҡыҙыҡһыныусан, шуҡ, тиктормаҫ булыуҙары өҫтөнә яңылыҡҡа ынтылыусан, өҙлөкһөҙ төрлө идеялар табып ҡына тороусан. “Әкиәттә ҡунаҡта” тип аталған түңәрәк башланғыс класс уҡыусыларын үҙенә йыйған. 1-се отряд тәрбиәсеһе Лилиә Әбүбәкирова менән бергәләп, кескәйҙәр ҡайһы бер ҡыҙыҡлы  әкиәттәрҙе сәхнәләштерә, образдарҙы өйрәнә. Физкультура уҡытыусыһы Айнур Шарапов эргәһендә балалар һәр саҡ ҡайнаша, спорттың ниндәй генә төрҙәре менән шөғөлләнмәй ҡыҙ һәм малайҙар – теннис, волейбол, футбол, шашка-шахмат уйындары...

 Мәктәптең спорт залы бер нисә йыл элек ремонтланған, ул хәҙер мәктәп менән ауылдың физкультура һәм һауыҡтырыу үҙәге булып тора. Шулай уҡ Башҡортостандың халыҡ шағиры Әнғәм Атнабаевтың музейы үҙгәртеп ҡоролған. Ундағы бай экспонаттар, әҙәби әҫәрҙәр, шағирҙың ижадына, ғаиләһенә, яҡындарына ҡағылған материалдар республиканың мәҙәниәт, социаль, сәйәси тормошон да күҙаллай. 2003 йылда мәктәп биләмәһендә Әнғәм Ҡасим улы Атнабаевҡа бюст асылған. Балалар яҡташтарының шиғриәте, тормош юлы,туғандары менән яҡшы таныш.

 

Мәктәп уҡыусылары менән бергә үҫә

 

Ғөмүмән, Иҫке Күрҙем мәктәбенең тарихи мираҫы бай. Ул билдәле шағир Ғәли Соҡоройҙоң улы Ғарифулла Кейековтың ауылдаштары ярҙамында үҫмерҙәр өсөн төҙөгән мәҙрәсәһенән башлана. 1935 йылда ете йыллыҡ мәктәп асыла, аҙаҡ урта мәктәпкә әүерелә. Әйтеүҙәренсә, алдағы йылдарҙа уҡыу йортона капиталь ремонт үткәреү планлаштырыла, быныһы, әлбиттә, көтөп алынған яҡшы хәбәр.

 Әлегә ул мөһабәт, иркен, яҡты кабинеттары булған, хәҙерге заман талаптарына яуап биргән мәктәптәрҙән бер аҙ ҡалышһа ла, йылдан-йыл белем кимәлен күтәреү буйынса алда барған уҡыу йорттарының береһе һанала. Унда уҡып сығып, республикала хеҙмәттәре менән билдәлелек яулаған шәхестәрҙең ифрат күплеге һоҡландыра: Башҡортостандың халыҡ шағиры Әнғәм Атнабаев, Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Зинира Атнабаева, биология фәндәре докторы В. Миңнебаев, академик Р. Миңнебаев, фән кандидаттары З. Атнабаев, Ф. Гәрәев һәм маҡтаулы исем­дәргә лайыҡ булған әллә күпме яҡташтары – мәктәптең ғорурлығы. Һуңғы йылдарҙа сығарылыш уҡыусылары биш алтын һәм 15 көмөш миҙалға лайыҡ бул­ған. Район һәм республика олимпиадаларын Иҫке Күрҙем мәктәбе уҡыусыла­рынан тыш күҙ алдына килтереп булмай. Берҙәм мәктәп коллективының намыҫлы хеҙмәте һөҙөмтәһендә яңы белем үрҙәре, призлы урындар яулана. 2022/23 уҡыу йылында  бында 179 бала белем алған, ижади ҡарашлы, яңы алымдар менән ҡоралланған 26 уҡытыусы белем биреү менән бергә илһөйәр, булдыҡлы Рәсәй гражданын тәрбиәләү буйынса даими эш алып бара.

Илһөйәрҙәр тәрбиәләйбеҙ

 

Мәктәп коридорында махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан егеттәрҙең фотолары ҡуйылған стенд – уларға ҡарата тәрән ихтирам һәм иғтибар билдәһе. Әлегә улар 11 кеше, тағы һигеҙ контрактсы булыуы билдәле. Ватанды һаҡлаусы яҡташтары тураһында балалар ҡыҙыҡһынып тыңлай, хәйер, бер мәктәптә уҡығас, уларҙың һәр береһе тураһында иҫтәлектәре, әйтер һүҙҙәре барҙыр ҙа.

Ғөмүмән, Иҫке Күрҙем халҡы тарихҡа, яҡташтары яҙмышына ҡағылған иҫтәлекле биттәрҙе яңыртырға, киләсәккә ҡәҙерләп тапшырырға ғәҙәтләнгән. Ауыл советы биләмәһе башлығы Лариса Хәмис ҡыҙы Нисапова беҙгә Граждандар һуғышы осоронда һәләк булғандарҙың туғандар ҡәберен нисек өмә яһап төҙөкләндереүҙәре, халыҡтың әүҙем ҡатнашыуы хаҡында һөйләне. 30-40 кеше ерләнгән ҡәберлек урынында хәҙер стела тора. Ағас баҫҡан, йәмһеҙләнгән ҡәбер урынын “Реаль эштәр” проекты ярҙамында төҙөкләндергәндәр, хәҙер ул һәр кемдең иғтибарын тартҡан, һәләк булған яҡташтарын иҫкә алыу урыны.

Иҫке Күрҙем, Борғонбаш, Юрмияҙбаш, 1-се һәм 2-се Еремйәбаш, Сараштыбаш, Ирәкте ауылдарынан йөрөп уҡыған балаларҙың һәр береһе ғаиләһенән айырылмай уҡый алһын  өсөн бөтә шарттар булдырылған, мәктәпкә, ярыш, конкурс һәм экскурсияларға йөрөү өсөн автобус бар.

“Мәктәп үҙенең уҡыусылары менән бергә үҫә, бергә пландар ҡора, шуға күрә уҡыусыларға белем алыу күңелһеҙ түгел, ә уҡытыусыларға бындай мөхиттә эшләү ҡыҙыҡ та, мауыҡтырғыс та”, – ти тәжрибәле кәңәшсе-тәрбиәселәр. – Уҡыусы йәки уҡытыусы тормошондағы бәләкәй генә ваҡиға ла маҡсатҡа өлгәшеүҙә яңы бер аҙым. Беҙ балала үҙенә һәм кешеләргә ышаныс тәрбиәләй алһаҡ, шәхескә хас “йомшаҡлыҡтарҙы” еңергә өйрәтә һәм бының өсөн көс-ҡеүәт, белем, тәрбиә бирә алырлыҡ мөмкинлек тыуҙырһаҡ, маҡсатыбыҙға өлгәштек, тип әйтә алыр инек. Үҙ төбәгенә ғашиҡ, яҡшыға ынтылыусан, Ватан патриоттарын тәрбиәләү – беҙҙең бөгөнгө мөҡәддәс  бурысыбыҙ”. Иҫке Күрҙем мәктәбе уҡытыусылары киләсәктә белем усағының бер быуатлыҡ юбилейын үткәргәндә лә коридорҙарҙың балалар тауышынан әлегеләй гөрләп тороуына, кластарҙың буш булмауына, ә белем орлоғон сәсергә килгән яңы кешеләрҙең мәктәпкә яңы һулыш өҫтәйәсәгенә ышана.

 Динә АРЫҪЛАНОВА 

Читайте нас