

Республиканың ниндәй ҙә булһа районына эш сәфәренә барған саҡта, мәктәптәргә, уҡыу йорттарына инмәй, уҡытыусылар менән аралашмай ҡалғаныбыҙ юҡ. Тап улар район тормошон асыҡ сағылдыра, ауылдың киләсәген күрһәтә. Иглин районында ла эште мәктәп менән танышыуҙан башланыҡ. Был өр-яңы ҙур 5-се мәктәп Яңы Иглин биҫтәһендә урынлашҡан. Уны 2019 йылдың аҙағында файҙаланыуға тапшырғандар һәм 2020 йылдың ғинуарынан тәүге балаларҙы ҡабул иткәндәр.
Яңы мәктәп яңы йолалар булдыра
Беҙҙе мәктәптең энергияһы ташып торған дәртле һәм егәрле директоры Альберт Риф улы Кинйәбулатов ҡаршы алды.
– Ғинуарҙа асылған саҡта ни бары 530 уҡыусыбыҙ бар ине. Бөгөн – 1500-ҙән ашыу. Тимәк, йыл һайын 500-ләп бала килеп тора. Был аңлашыла ла, беҙ башлыса йәш ғаиләләр төпләнгән яңы биҫтәлә урынлашҡанбыҙ, барыһы ла йәшәгән урыны буйынса килә, шуға күрә баш тарта ла, кире бора ла алмайбыҙ, – тине Альберт Риф улы.
Балалар күп булғас, уҡытыу ике сменала ойошторолған. Мәктәптең тағы бер үҙенсәлеге – ул балалар баҡсаһы менән берләштерелгән. Унда һигеҙ төркөм бар, балалар һаны – 300 самаһы. Бында ла сират ҙур икән. Директор әйтеүенсә, учреждениела 132 хеҙмәткәр эшләй. Уларҙың 56-һы – уҡытыусылар һәм педагогтар, 20-һе – тәрбиәселәр.
– Беҙҙә тәжрибәле уҡытыусылар ҙа күп, йәштәр ҙә байтаҡ. Декрет ялына китәләр, сығалар – тормош гөрләп тора. Балаларҙың һаны күп булғас, уҡытыусылар етмәү проблемаһы ла килеп тыуғайны. Уны яйлап хәл итәбеҙ. Мәҫәлән, “Ауыл уҡытыусыһы” программаһы буйынса ситтән ике белгес килде. Улар инде аҡсаһын алып, йорт һалып, йәшәп ята. Башҡа райондарҙан да уҡытыусылар килә. Бынан тыш, үҙебеҙҙән сыҡҡан йәш кадрҙар әҙерләргә тырышабыҙ. Маҡсатлы йүнәлеш буйынса бер нисә кеше БДПУ-ла уҡып йөрөй, аҙаҡ беҙгә ҡайтырҙар тип көтәбеҙ, – ти Альберт Кинйәбулатов.
Әлегә кадрҙар мәсьәләһе тулыһынса хәл ителмәгән. Директор әйтеүенсә, йыл һайын беренсегә һигеҙәр класс балалар алына, тимәк, киләсәктә предмет уҡытыусылары етмәй башлаясаҡ. Улар алдан уҡ күҙаллап, педагогтар эҙләй. Телселәр, тарихсылар етә, хәҙер уларға математика, физика, башланғыс класс уҡытыусылары тураһында уйланырға кәрәк.
Директор кадрҙарҙан бик ҡәнәғәт. Араларында маҡтаулы исемгә лайыҡ булғандар, мәғариф алдынғылары, “Йыл уҡытыусыһы” бәйгеһе призерҙары байтаҡ. Белем биреү сифаты ла юғары уҡыу йортонда. Был вуздарға ингән уҡыусылар миҫалында күренә, ә бында ундайҙар күп. Шулай уҡ мәктәп Өфө дәүләт нефть техник университеты менән килешеү төҙөгән. Вуз уҡытыусылары, мәктәпкә килеп, балаларға һөнәри йүнәлеш бирә, уҡырға барырға теләгәндәргә ярҙам итә. Был ике яҡлы бәйләнештең һөҙөмтәһе бар, балалар йыл һайын ошо уҡыу йортона инә.
– Шулай уҡ беҙҙә кадет, МЧС һәм ЮХХДИ кластары бар. Тимер юлсылар класын асырға ниәтләнәбеҙ, сөнки яныбыҙҙан тимер юл үтә, балалар өсөн был йүнәлеш тә ҡыҙыҡ. Яңы мәктәп булһа ла, яҡшы традицияларға бөгөндән нигеҙ һалабыҙ, – ти директор.
Белем усағында балаларҙы өҫтәмә үҫтереү йүнәлешендә лә маҡсатлы эшләйҙәр. Бик күп түңәрәктәр, секциялар бар. Балалар хатта ял көндәрендә лә килеп шөғөлләнә. Айырыуса баскетбол буйынса ҡыҙҙар командаһы менән ғорурланалар. Уларҙың ике тренеры бар, береһе Өфөнән йөрөп эшләй. Район ғына түгел, республика бәйгеләрендә лә призлы урындар яулай ҡыҙҙар.
“Уҡытыусы һөнәрен һайлағанға үкенгәнем юҡ”
Мәктәптә лайыҡлы, тырыш уҡытыусылар бик күп. Бөгөн уларҙың береһе – Әминә Йәғәфәр ҡыҙы Кәримова менән таныштырмаҡсыбыҙ. 37 йыл ғүмерен балалар уҡытыуға арнаған педагог – йәш коллегалары өсөн остаз һәм ярҙамсы.
Әминә Йәғәфәр ҡыҙы Нуриман районының Байгилде ауылында тыуған, ундағы билдәле Ришат Исмәғилев исемендәге мәктәптә уҡыған. Брест ҡәлғәһен һаҡлаған яугир исемен йөрөткән уҡыу йортонда тарихҡа, Бөйөк Ватан һуғышына һәр ваҡыт ҙур иғтибар бүленгән.
– Мин бөтә предметтар буйынса ла яҡшы өлгәштем, гел бишлегә уҡыным. Уҡытыусы булыу теләге лә бәләкәйҙән барлыҡҡа килде. Тик ниндәй предметты һайларға икәнлеген генә белмәй инем. Ниндәй уҡытыусы үҙенә ғашиҡ итһә, шул фәнде уҡытҡы килде. Химия ла, рус теле лә, физика ла, тигәндәй. Тик бер саҡ беҙгә класс етәксеһе итеп Ришат Исмәғилевтең улы Салауат Ришат улын тәғәйенләнеләр. Ул үҙе тарих уҡытыусыһы ине. Йәш, энергияһы ташып торған уҡытыусыбыҙ беҙҙе тулыһынса үҙ фәненә ғашиҡ итте, – тип хәтерләй ул.
Салауат Ришат улы балаларҙы походтарға йөрөткән, ҡыҙыҡлы осрашыуҙар үткәргән, йыл һайын Өфөгә Башҡорт академия драма театрына алып барған, йырҙар йырлатҡан. Үҙенсәлекле уҡытыусыға күптәрҙең оҡшағыһы килгәндер инде, бер юлы биш кеше тарих факультетына документтарын тапшырған.
– Ғөмүмән, ауылда кемдән өлгө алаһың? Әлбиттә, уҡытыусынан! Улар шундай матур, аҡыллы, нәзәкәтле, һоҡланғыс кешеләр кеүек тойола ине. Ғәмәлдә ғүмерем буйы ошо образға тап төшөрмәҫкә тырышып йәшәйем һәм эшләйем, – ти Әминә Йәғәфәр ҡыҙы.
Декрет ялына киткәнсе ул тыуған ауылында уҡыта ла, аҙаҡ инде тормош иптәше менән тәғәйенләү буйынса Иглин районының Оло Тәләк мәктәбенә эшкә күсә. Һәм 1988–2020 йылдарҙа тиклем ошо мәктәптә тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү фәненән уҡыта. Бында ул 13 йыл директорҙың тәрбиә эше буйынса урынбаҫары, өс йыл завуч була, социаль педагог эшен дә алып бара. Шәхси сәбәптәр арҡаһында ғаилә Иглингә күсергә ҡарар итә – уларҙың ейәнсәрҙәре тыуа һәм балаларға яҡыныраҡ булырға теләйҙәр. Тәжрибәле уҡытыусыны шунда уҡ яңы асылырға торған мәктәпкә саҡыралар һәм ул унда тәүге көндән эш башлай.
Оҙаҡ йылдар уҡытыусы булып эшләгән Әминә Йәғәфәр ҡыҙы райондың тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү фәне уҡытыусылары үҙәге етәксеһе була, мәктәптең дә методик берләшмәһенә етәкселек итә. Әле абруйлы уҡытыусы янынан йәшерәк хеҙмәттәштәре өҙөлмәй: тәжрибә уртаҡлаша, кәңәш һорай.
– Шуныһы ҡыҙыҡ, улар миңә “күпте беләһегеҙ, ярҙам итеп ебәрегеҙ” тип килһә лә, үҙем дә бит уларҙан күпкә өйрәнәм. Минең өсөн ҡатмарлы булған нәмәләрҙе улар тиҙ генә, ябай ғына итеп эшләй ҙә ҡуя. Беҙҙең быуында консерватизм бар шул. Шулай булғас, бер-беребеҙгә ҡарата файҙалы булып эшләйбеҙ, – тип йылмая ул.
Һуңғы йылдарҙа тарих уҡытыусылары иңенә тағы бер яуаплылыҡ өҫтәлде: уларға балаларға дөрөҫ итеп махсус хәрби операция, бөгөнгө хәлдәр тураһында аңлатырға кәрәк. Әминә Йәғәфәр ҡыҙы был эште лә яуаплы башҡара. Сағыштырыуҙар, тарихи дәлилдәр аша балаларҙы төшөндөрә.
Һәр педагог кеүек үк, ул үҙе белем биргән балаларының уңыштарына ҡыуана. Биш уҡыусыһы, уның юлын дауам итеп, тарих уҡытыусыһы һөнәрен һайлаған һәм эшләп йөрөй, Берҙәм дәүләт имтиханын һайлаусылар бихисап, Мәскәү, Санкт-Петербург, Башҡортостан вуздарында уҡыған балалары күп. Хоҡуҡ буйынса республика олимпиадаһында еңеүселәр бар, ҙур тарихи проекттар, тикшереү эштәре башҡарып, федераль конкурстарҙа еңгән балалары ла бихисап.
– Уҡытыусы һөнәрен һайлағанға һис ҡасан үкенгәнем булманы. Стаж ҙур булһа ла, әле балалар менән эшләүҙән арыманым. Ваҡытым етһә, һиҙер инем тип уйлайым, әле уларға бирәһе белемем күп, дәрт тә етерлек тип иҫәпләйем. Йәш хеҙмәттәштәргә лә ярҙам итергә кәрәк бит әле, шулай булғас, яңы мәктәптә эшләйем әле, – тине ул.
- Әлфиә ӘЙҮПОВА