Белем һәм тәрбиә
3 Июль 2023, 13:30

Студенттар кампусын төҙөү йылдам бара

Яңы йылдан икенсе сират майҙансығында эш башлана.

Студенттар кампусын төҙөү йылдам бараСтуденттар кампусын төҙөү йылдам бара
Студенттар кампусын төҙөү йылдам бара

Рәсәй һәм Беларусь төбәктәренең X форумы сиктәрендә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров менән  Рәсәйҙең Фән һәм юғары белем биреү министры Валерий Фальков вуз-ара студенттар кампусының майҙансығында булды. Валерий Фальков Өфөләге студенттар кампусы төҙөлөү барышына үҙенең баһаһын бирҙе:

- Һәр төбәктең үҙенең үҙенсәлеге бар һәм шул иҫәптән Башҡортостандың да. Төҙөлөш йылдам бара. Ул темп алған һәм ошо динамиканы һаҡларға кәрәк. Шуны аңлау мөһим, вуз-ара кампустың булыуы ҙур өҫтөнлөк. Унда фәнни һәм белем биреү ойошмалары үҙ-ара бәйләнештең бөтөнләй икенсе кимәлен күрһәтергә тейеш. Алдағы йылдарҙа тап ошо йүнәлештә бергәләп эшләргә кәрәк буласаҡ. Булдырылған инфраструктуранан яңы һөҙөмтә көтәбеҙ. Ул иһә республикаға социаль-иҡтисади, мәҙәни, фән һәм белем биреү өлкәһендә йылдам үҫергә мөмкинлек бирер, - тине ул.

 Андрей Назаров та кампустың тәүге сиратты тапшырыу ваҡыты билдәләп үтте:

- Декабрь айында тәүге сират буйынса эштәрҙең тамамланырына шик юҡ. Бер юлы икенсе сиратты проектлау сараһы күрелә. Яңы йылдан икенсе сиратты төҙөү өсөн күрше майҙансыҡҡа күсәбеҙ, ул 110 мең квадрат метр майҙанды биләйәсәк, - тине Премьер-министр.

2025 йыл аҙағына икенсе сират та тамамланасаҡ һәм кампус тулыһынса эш башлаясаҡ.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.

 

 

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас