Белем һәм тәрбиә
5 Июль 2023, 15:45

Вуз-ара кампуста уникаль лаборатория буласаҡ

Белгестәргә уның файҙаһы ҙур.

Вуз-ара кампуста уникаль лаборатория буласаҡВуз-ара кампуста уникаль лаборатория буласаҡ
Вуз-ара кампуста уникаль лаборатория буласаҡ

Өфө дәүләт нефть техник университетында креатив индустриялар һәм урбанистика лабораторияһы асыла. Уның маҡсаты -  ҡала системаларына идара итеү өсөн һанлы платформа булдырыу. Был иһә барлыҡ белгестәр: баш архитекторҙар, урбанистар, инвесторҙар, ғалимдар һәм башҡалар  өсөн алыштырғыһыҙ ярҙамсы буласаҡ.  

Нимә ул ҡала? Был һорауҙы социологка бирһәк, ул: “Ҡала – унда йәшәүсе кешеләр”, тип яуап бирә. Тарихсы “Ҡала – билдәле урында ваҡыт үтеү менән барлыҡҡа килгән йолалар һәм мәҙәниәт" тиер. Психолог “Кеше шәхесе формалаша торған мөхит” тиер.

Өфөлә вуз-ара кампуста урынлашасаҡ Өфө дәүләт нефть техник университетының  Креатив индустрия һәм урбанистика лабораторияһы ғалимдары быға үҙҙәренең һығымтаһын бирә. Ул алда әйтеп үтелгәндәрҙең барыһын да берләштерә: “Ҡала – барыһы менән дә бәйләнгән мәғлүмәт-киңлек системаһы”.

ӨДНТУ-ның креатив индустриялар һәм урбанистика лабораторияһы етәксеһе Светлана Байморатова әйтеүенсә, ҡала төҙөлөшө системаларына идаралыҡ өсөн яңы ҡоралдар булдырыу – бөтә донъяла урбанистар хәл иткән иң көнүҙәк бурыстарҙың береһе.

- Беҙҙең лабораторияла Рәсәйҙә аналогы булмаған яңы уникаль ҡорал булдырыла. Башҡортостан – “Берҙәм һанлы платформа ”Киңлек мәғлүмәттәренең милли системаһы” исемле мәғлүмәт системаһын булдырыу буйынса илдә лидерҙер иҫәбендә. Шулай уҡ дәүләт программаһын тормошҡа ашырыу буйынса ла пилотлы төбәк булып тора, - тине ул.

 Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.

 

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас