Белем һәм тәрбиә
6 Июль 2023, 17:10

Балалар ғаиләлә йылылыҡ тапһын

Өфөгә илдең төрлө төбәктәренән йыйылдылар.

Балалар ғаиләлә йылылыҡ тапһынБалалар ғаиләлә йылылыҡ тапһын
Балалар ғаиләлә йылылыҡ тапһын

Өфөлә Конгресс-холда  етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балалар ойошмалары етәкселәренең XI Бөтә Рәсәй съезы башланды. Педагог һәм остаз йылында ойошторолған сара Рәсәй Федерацияһының Мәғариф министрлығы тарафынан ойошторолдо.

Ике көн дауамында барасаҡ семинарҙа Рәсәйҙең 50-нән ашыу төбәгенән 250-нән артыҡ етәкселәр һәм белгестәр ҡатнаша. Шулай уҡ Үзбәкстан, Тажикистан һәм Беларусь Республикаһынан вәкилдәр бар.

Видеомөрәжәғәт рәүешендә семинарҙа ҡатнашыусыларҙы Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Татьяна Голикова тәбрикләне. Үҙенең сығышында һуңғы 10 йыл эсендә илдә етем балалар һанының 65 процентҡа, йәғни 96 меңдән 34 меңгә тиклем кәмеүен билдәләне. Был иһә Рәсәйҙең барлыҡ субъекттарында балалыҡ өлкәһендә эшләгән ойошмаларҙың комплекслы һәм системалы эше булыуын да әйтеп үтте.

Шулай уҡ видеоформатта ҡатнашыусылар араһында Рәсәй Федерацияһының Мәғариф министры Сергей Кравцов, Рәсәй Президенты ҡарамағындағы бала хоҡуҡтары буйынса вәкиле Мария Львова-Белова һәм башҡа ҡунаҡтар булды.

Рәсәй Федерацияһы Федераль йыйылышы Федерация советының фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитет рәйесе Лилиә Ғүмәрова ултырышта сығыш яһап, ғаилә сәйәсәте, әсәлек, балалыҡ мәсьәләләрен үҙенә йәлеп иткән федераль ведомство булдырыу мөһимлеген дә атаны. Быны 2017 йылда Башҡортостанда будырылған Ғаилә, Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы өлгөһөндә лә ойошторорға мөмкин.

-Бөгөн ғаилә именһеҙлеген профилактикалау темаһы айырыуса актуаль. Шуға ла ғаилә һәм балалыҡ мәсьәләләрен координациялау өсөн берҙәм ведомство булдырыу тураһында идеяны комитетта әүҙем тикшерәбеҙ. Учреждениеларҙа ниндәй генә яҡшы шарттар булдырылмаһын, баланы ғаиләлә тәрбиәләүҙе бер нәмә лә алмаштыра алмай, - тине Лилиә Ғүмәрова.

Съезда Рәсәйҙең Мәғариф министрлығының балалар хоҡуҡтарын яҡлау өлкәһендә дәүләт сәйәсәте департаменты директоры Лариса Фальковская ла ҡатнашты. Ул XI Бөтә Рәсәй съезының Башҡортостанда уҙғарылыуын осраҡлы булмауын аңлатты. Республикала балаларҙы ғаиләләргә урынлаштырыу буйынса уңышлы тәжрибә булыуын билдәләне, 2022 йылда 129 бала ғаиләләргә тапшырылған.

Пленар ултырыш балалыҡ өлкәһе учреждениелары белгестәренә Рәсәй Федерацияһының Мәғариф министрлығының Почет грамоталарын һәм Рәхмәт хаттарын тапшырыу менән тамамланды.

Фото: Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы матбуғат хеҙмәтенән.

 

 

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас