Белем һәм тәрбиә
14 Июль 2023, 12:19

Балалар лагерында патриотик парк асыласаҡ

Башҡортостан Башлығы Ҡыйғы районында булды.

Балалар лагерында патриотик парк асыласаҡБалалар лагерында патриотик парк асыласаҡ
Балалар лагерында патриотик парк асыласаҡ

14 июлдә Башҡортостан Башлығы Ҡыйғы районына эш сәфәре барышында "Маяҡ" балалар лагерына барҙы. Ул Йүкәлекүл ауылы янында урынлашҡан. Республика етәксеһе йөкләмәһе буйынса лагерь биләмәһендә "Патриот" хәрби-патриотик паркының филиалы булдырыласаҡ.

Быйыл апрелдә үткән V "Ҡанатлан!" мәғариф форумында төбәк Башлығы Шишмә районындағы төп майҙан өлгөһөндә Башҡортостанда "Патриот" парктар селтәре булдырыласағын хәбәр иткәйне. Уларҙың тәүгеһе Баймаҡ районының Күлтабан ауылында, икенсеһе Ҡыйғы районында төҙөләсәк.

"Маяҡ"та Радий Хәбиров балалар лагерының корпустарын һәм спорт майҙансығын ҡарап сыҡты, бында ял иткән балалар менән аралашты, шулай уҡ етәкселек менән объектты яңыртыу мәсьәләләрен тикшерҙе.

Фото: glavarb.ru

 

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас