

Республикабыҙ райондарының төрлө мәктәптәрендә асылған шайморатовсылар кластары уҡыусыларҙы рухи яҡтан үҫтереүгә яңы этәргес бирҙе. Был исемде йөрөтөүҙең ни тиклем яуаплы икәнлеген балаларҙың аңлауы менән дә әһәмиәтле ул.
Миәкә районының Илсеғол ауылында ла башҡорт гимназияһында шайморатовсылар класы булдырылған. Рух ныҡлығы, яуаплылыҡ тойғоһон тағы ла нығыраҡ арттыра бындай коллективта белем алыу.
Гимназия директоры Резеда Рәшит ҡыҙы Садиҡова әйтеүенсә, уҡыу менән бер рәттән тәрбиә эше лә иғтибар үҙәгендә.
– Бөгөн гимназияла 81 бала уҡый. Педагогтарҙың 80 проценты юғары категорияға эйә. Тәрбиәүи сараларға килгәндә, беренсе сиратта илһөйәрлеккә иғтибар бирәбеҙ. Илде, туған телде һөйөү күҙ уңынан ысҡынмай.
Шайморатовсылар класына 16 бала тупланған. Ул быйылғы уҡыу йылында барлыҡҡа килде. Егеттәрҙең күп булыуы менән дә айырылып тора һигеҙенсе класс. Хәрби-патриотик тәрбиә эшенә төп иғтибар йүнәлтелә. Уҡыусылар ярыштарҙа күп ҡатнаша, йыр-моңға ла һәләтлеләр. Шайморатовсылар класына ҡабул ителеүҙәре уларҙы тағы ла яҡшы яҡҡа үҙгәртте, бөтә яҡлап та, бигерәк тә уҡыуҙа алдынғы булыу ынтылышы барлыҡҡа килде. Ярыш-конкурстарҙа әүҙем ҡатнаша башланылар. Ата-әсәләр ҙә был яңылыҡты шатланып ҡабул итте. Махсус кейем тектерҙек. Был класс музейҙарға, экскурсияларға ла йыш йөрөй. Әүҙем тормош уларҙың үҙҙәренә лә оҡшай. Хәҙер ошо класс – мәктәбебеҙ ғорурлығы, – тип һөйләне мәктәп директоры.
Хәрби куратор Ғәзинур Шәйәхмәтов, класс етәксеһе Регина Власова башланғысында эш тәүге көндән үк яҡшы итеп ойошторолған, шуға күрә шайморатовсыларға берҙәмлек сифаттары хас.
Илһөйәрлек йүнәлеше генә түгел, мәктәптең ғорурланып һөйләнерлек башҡа ҡаҙаныштары ла байтаҡ.
– Илсеғол мәктәбе элек-электән спортсылары менән данлыҡлы. Мәктәптән милли көрәш буйынса дүрт Рәсәй, унлаған Башҡортостан чемпионы тәрбиәләнеп сыҡҡан. Ошо башланғысты бөгөн дә һүрелтмәҫкә тырышабыҙ. Әлеге көндә лә көрәш буйынса түңәрәк бар. Унда тиҫтәләп егет йөрөй.
Спорт ҡына түгел, “Урал батыр” эпосын яттан һөйләү конкурсындағы еңеүҙәр менән дә ғорурланабыҙ. Фольклор буйынса ла бик күп конкурстарҙа уңыштар яуланыҡ. Олимпиадаларҙа һынатмайбыҙ, районда яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтеп, республика кимәленә сығабыҙ. Берҙәм дәүләт имтиханында юғары балл алған уҡыусыларыбыҙ менән дә ғорурланабыҙ. Бигерәк тә рус теле, химия буйынса күрһәткестәр яҡшы. Барлыҡ предметтарҙан һынауҙарҙы 94-96 балға тапшырған уҡыусыбыҙ ҙа бар.
Балаларҙың абруйлы уҡыу йорттарына инеүе – беҙҙә ғәҙәти күренеш. Күпселек Башҡортостан дәүләт медицина университетын, Өфө дәүләт нефть техник, Өфө фән һәм технологиялар университеттарын һайлай. Бүтән өлкәләрҙәге юғары уҡыу йорттарына инеүселәр ҙә бар, шулай ҙа үҙебеҙҙең вуздарға өҫтөнлөк бирәләр, – тине мәктәп директоры.
Йәш быуын тыуған еренең лайыҡлы шәхесе булып үҫһен өсөн мәктәп тырышлыҡ, көс һалһа, әлеге көндә Илсеғолдо данлаған уҡыусылар аҙ түгел. Улар, тап туған төйәктә ҡанат нығытып, оло тормош юлына сыҡҡан.
Резеда ШӘҢГӘРӘЕВА