Белем һәм тәрбиә
14 Июль 2023, 10:31

Музей – үткәндәргә сәйәхәт

Үҙенсәлекле ҡомартҡыларҙы ҡыҙыҡһынып өйрәнәләр.

Автор фотоһы.Автор фотоһы.
Фото: Автор фотоһы.

Музейҙар – үткәндәр менән бөгөнгөнө бәйләгән тарихи урын. Йәш быуынға илһөйәрлек тәрбиәһе биреүҙә, ата-бабаларыбыҙ өсөн ғорурлыҡ тойғолары уятыуҙа уның да өлөшө ҙур.

Илсеғол ауылы мәктәбендә лә ошондай музей күп йылдар дауамында эшләп килә. Уның етәксеһе Гөлнара Рәхимҡолова һаҡланған һәр ҡомартҡы тураһында әллә күпме һөйләргә әҙер. Музейҙың бер өлөшөндә – мәктәп тарихы, икенсе өлөшөндә – ауыл тураһын­да мәғлүмәттәр, Илсеғолдоң, бил­дәле шәхестәренең шәжәрәләре, шулай уҡ Миәкә районы тураһында ла белергә мөмкин.

– Ауылыбыҙҙа элек-электән Мең ырыуы башҡорттары йәшәгән. Улар иң элек ҡунаҡсыллығы менән айырылып торған. Берҙәм, ярҙамсыл, сәмсел булыуҙары ла илсеғолдарға хас сифат. Әле лә береһенән-береһе уҙышып, йорт-ҡураларын матурлайҙар, мал көтәләр. Ғөмүмән, эшһөйәр халыҡ, тип әйтә алам ауылдаштарым тураһында. Күренекле шәхестәре менән дә данлыҡлы ауылыбыҙ. Мәҫәлән, билдәле мәғрифәтсе-шағир Сафуан Яҡшығолов. Беҙҙең музей ҙа уның исемен йөрөтә һәм портреты төп урынды биләй. Республика­быҙҙа билдәле мәҙәниәт эшмәкәр­ҙәре – Илдар Ғүмәров, Резеда Әмәкәсева ла – ғорурлығыбыҙ. Был исемлекте тағы әллә күпме дауам итергә булыр ине, – тип һөйләне музей етәксеһе.

Үткәндәрҙә тарихыбыҙ сағыла. Музейҙа Бөйөк Ватан һуғышы темаһына ла ҙур урын бүленгән. Әйткәндәй, ошо биләмәгә ҡараған Илсеғол, Яңы Илсеғол, Нарыҫтау, Сергеевка ауылдарынан Бөйөк Ватан һуғышына 289 кеше фронтҡа киткән, уларҙың 133-өнә генә ҡабат тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтырға насип булған. Ҡаһармандарҙың иҫтәлеген мәңгеләштереп, ауылда һәйкәл ҡуйылған.

Дәрес үткәргәндә лә музейҙағы мәғлүмәттәр ярҙамға килә. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының легендар хәрби аты Керчь иҫтә­легенә айырым стенд эшләнгән. Илсеғол ауылынан китеп, Бер­линғаса хәрби юл үткән айғыр тураһында мәғлүмәттәр, уның фотоһы йәш быуын өсөн бигерәк тә ҡыҙыҡлы. Ике тапҡыр ҡаты яраланһа ла, уға тыуған төйәгенә ҡайтыу бәхете тейә. Легендар хәрби ат һуғышта күрһәткән батырлығы өсөн маршал Семён Будённый бойороғо менән хөр­мәтләп тыуған еренә – Миәкә районының Илсеғол ауылына оҙатыла. Был ат тураһында балалар ҙа ҡыҙыҡһынып өйрәнә, йылдар үтһә лә, ҡыйыу аттың даны онотолмай. Әйткәндәй, күптән түгел Илсеғол ауылында Керчҡа һәйкәл асылды.

Музейҙағы боронғо көнкүреш әй­берҙәре эргәһенән дә тиҙ генә үтеп китермен, тимә. Уларҙа урын­дағы халыҡтың йәшәү рәүеше сағыла.

– Боронғо ҡомартҡыларға айырыуса һаҡсыл ҡараштабыҙ. Улар­ҙың күбеһен балалар бик белеп етмәй. Самауыр, шәм, ураҡ, кеҫәү, бизмән... Тарихыбыҙҙы белеп үҫ­һен­дәр өсөн ошо экспонаттар тура­һында һөйләйбеҙ, күрһәтәбеҙ, дәрестәрҙә йолаларҙы ла өйрә­тәбеҙ. Был көнкүреш әйберҙәре барыһы ла үҙебеҙҙең биләмәнән табылған, – тип һәр ҡайһыһы тураһында ихлас һөйләне Гөлнара Рәхимҡолова.

Ошо төбәктә йәшәгән халыҡ нимә менән шөғөлләнгән, нисек көн иткән – барыһы тураһында ла боронғо ҡомартҡылар аша белергә мөмкин. Балаларҙа тарихи тамыр­ҙарыбыҙҙы белеү, ҡыҙыҡһыныу уятыу йәһәтенән дә музейҙарҙың өлөшө баһалап бөткөһөҙ ҙур.

Резеда ШӘҢГӘРӘЕВА

Читайте нас