

Стәрлетамаҡ ҡалаһының 1-се гимназияһында химия фәненән уҡытҡан Гөлнара Латипованың уҡыусылары олимпиадаларҙа ҡатнаша, Берҙәм дәүләт имтихандарында 100 балл йыйып, ата-әсәләрен ҡыуандыра.Быйыл уҡытыусы “Сириус”та химия буйынса уҡыусыларҙың Бөтә Рәсәй олимпиадаһы квалификация күтәреү программаһында ҡатнашты, тип яҙа “Стерлитамакский рабочий” гәзите.
“Сириус”тың кимәле, ысынлап та, юғарымы икән?
– Эйе, – ти уҡытыусы. – Беҙ вуз уҡытыусылары, фән кандидаттары, аспиранттар менән бергә уҡыныҡ. Бында иң яҡшы, көслө уҡытыусылар эләгә. Беҙҙе М. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетының һигеҙ уҡытыусыһы өйрәтте.
Ниндәй проблемалар көн үҙәгендә?
Беренсенән, һанлаштырыуҙың кире эҙемтәләре уҡыу процесын үҙләштереүгә ҡамасаулай. Балаларҙың гаджеттарға бәйлелеге, психолог аңлатыуынса, уйлау ҡеүәтен тотҡарлай. Уларҙың уҡыуға, белем алыуға ынтылышы юҡ. Тормошто бары телефонда ғына күрәләр. Уҡытыусыларҙың ғына көсө етмәй, ата-әсәнең дә иғтибары, йәнле аралашыуы кәрәк. Уңышлы уҡыусылар тәрбиәләү өсөн педагогтар һәр көн үҙҙәре уҡырға тейеш. Минең шундай остаздарым булыуы менән бәхетлемен.
Уҡытыусы “Сириус”ҡа эләгеү өсөн siriusolymp.ru сайтында шәхси кабинет аса, мәғлүмәттәр бирә, һайлап алыу процесын үтә. Бының өсөн портфолио ебәрергә, ике сәғәт эсендә ебәрелгән мәсьәләләрҙе сисергә кәрәк. Уҡытыусылар өсөн курстар йылына ике тапҡыр – көҙ һәм яҙ үткәрелә. Бер төбәктән икенән дә күп вәкил ҡатнаша алмай.
Олимпиадалар хәрәкәте ни өсөн кәрәк? Ғәҙел рәүештә уны социаль лифт тип йөрөтәләр. Ул талантлыларға илдең төп вуздарына уҡырға инергә ярҙам итә. Еңеүселәр һәм призерҙар стипендия, премиялар ала.Бының өсөн предметты яратырға, өҫтәмә рәүештә уҡырға кәрәк. Химияны өйрәнеү ҡыҙыҡлы ғына түгел, ә файҙалы ла. Уның ҡыҫылмаған ере юҡ, сөнки химия – тормошобоҙ тураһындағы фән. Матурлыҡ һәм сәләмәтлек, көндәлек рацион, кейем-һалым – барыһы ла химиянан башлана. Был фәнде яратҡан кешеләрҙә ентекле, төплө уйланыу яҡшы үҫешә. Улар һәр саҡ тормоштарын яҡшыраҡ итеү өсөн тырышасаҡ.
Екатерина Яковлева фотолары.