

Өфөләге Республика инженер лицейының Х класс уҡыусыһы Вадим Харисов (һүрәттә уңдан беренсе) Химия буйынса 55-се халыҡ-ара олимпиадала алтын миҙал яуланы.
Уны был уңышы менән Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡотлап: "Бындай башлы кешеләр беҙҙең командаға кәрәк. Башҡортостан, Рәсәй мәктәптәре, ысынлап та, донъяла көслө. Был йәһәттән бер ваҡытта ла икеләнмәнем", - тине, еңеүсене юғары уҡыу йортон тамамлағас та республика Хөкүмәтенә эшкә килергә саҡырҙы.
Сара 16 - 25 июлдә Цюрихта уҙҙы. Унда донъяның 90 иленән уҡыусылар көс һынашты.
Был олимпиадала Рәсәй уҡыусылары һынатманы. Татарстандан XI класс уҡыусыһы Никита Перов, Мәскәүҙән XI класс уҡыусыһы Сергей Росляков - алтын, Алтай крайынан Х класс уҡыусыһы Алексей Михеев көмөш миҙал яуланы.
Уңған егетте ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!
Фото: "Башинформ".