Белем һәм тәрбиә
1 Август 2023, 05:55

Тел юҡ икән, халыҡ та юҡ

Автор фотоһы.Автор фотоһы.
Фото: Автор фотоһы.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың халҡыбыҙҙың күренекле сәйәси һәм йәмәғәт эшмәкәре, республикабыҙҙың беренсе Президенты Мортаза Ғөбәйҙулла улының исемен мәңгеләштереү тураһындағы тәҡдимен күҙ уңында тотоп, республика Башлығы Радий Хәбиров Указға ҡул ҡуйыу менән, Күмертау ҡалаһының 3-сө башҡорт гимназия-интернатына уның исеме бирелде. Нәҡ ошо уҡыу йортона олуғ шәхестең исемен юллау осраҡлы түгел.

Уҡыу йортонда етәксе дилбегә­һе бөгөн рухлы, ҡыйыу педагог Шайморат Тимербулатов ҡулын­да. 1996 йылдан мәғариф өлкәһен­дә эшләгән директорҙың етәкселек итеү тәжрибәһе байтаҡ: Өфө ҡалаһының Киров районында урынлашҡан 160-сы гимназия­һында – дүрт йыл, Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернатында 12 йыл директор урынбаҫары булып эшләй. Республика Башлығы ҡарамағын­дағы Башҡортостан дәүләт хеҙмә­те һәм идара итеү академияһында юридик белем алған.

– Республиканың беренсе Президенты Мортаза Рәхимов эшмә­кәр­лек иткән осорҙа реконструкция эштәре атҡарылған 3-сө башҡорт гимназия-интернатына уның исеме бирелеү менән ныҡ ғорурла­набыҙ. Дәрәжәле, мәртәбәле исем – ул ҙур яуаплылыҡ, бындай мөмкинлек бөтәһенә лә бирелмәй. Заманында ошо гимназия-интернатта белем алған Башҡортостан Башлығы хакимиәтенең беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаевҡа ла, БР Мәғариф министрлы­ғын­дағы белгестәргә лә үҙ фекеремде белдергәйнем, улар тәҡдимемде хуплап ҡаршы алды. Был – шәхсән минең генә түгел, Күмертау ҡала­һы­ның йәмәғәт ойошмалары, уҡыу йорто коллективы, сығарылыш уҡыусы­лары, ҡала хакимиәте менән бергә яуланған дөйөм уңыш, – ти Шайморат Азамат улы.

Уҡыу йорто коридоры аша үткәндә лә үҙгәрештәр күҙгә ташлана. Республикала беренселәр­ҙән булып Мортаза Рәхимов кабинеты асылған, стеналарҙа уның әйткән тапҡыр әйтемдәре менән фоторәсемдәре урын алған. Уларҙы уҡып, күңел күтәрелә, эш кәйефе барлыҡҡа килә, тормош маҡсаты билдәләнә.

Май айында “Мортаза Рәхимов уҡыуҙары” тип аталған фәнни-ғәмәли конференцияға бар республиканан 125 бала, күп уҡытыу­сы килгән, сарала Ырымбур өлкәһенән, Ҡаҙағстандан онлайн тәртибендә ҡатнашыусылар ҙа булған. Данлыҡлы шәхес исемен­дәге премия булдырырға ла ниәттәре бар, ул уҡыу алдынғы­ларына, педагогтарға һәм әүҙем йәмәғәт эшмәкәрҙәренә тапшы­рыласаҡ. Республикабыҙҙың данлыҡлы шәхесенең бронзанан бюсын эшләтеүҙе лә етәксе үҙ өҫтөнә алған.

Ҡала, республика олимпиадаларында бар гимназия балалары­ның ҡатнашыуы яҡшы һөҙөмтә бирә. “Ғәҙәттә, тырышып уҡыған, яҡшы өлгәшкән балалар ярыш­тарға һайлап алына ине. Был юлы күпселек бала матур һөҙөмтәгә өлгәште”, – ти етәксе. Мәҫәлән, муниципаль этапта былтыр – 14, ә быйыл 33 бала еңеүсе булған. Республика кимәлендә уҙған сарала былтыр – дүрт, быйыл туғыҙ бала һәйбәт күрһәткестәр яулаған, өс бала еңеүсе булған. Статистика уҡыу сифатының яҡшырғанын да күрһәтә. Уҡыусыларҙың белемен, педагогтарҙың квалификацияһын камиллаштырыу маҡсатында Ҡаҙағстан менән меморандум төҙөп, Аҡтау ҡалаһы уҡытыусы­лары, уҡыусылары менән онлайн тәртибендә осрашып, семинарҙар, тәжрибә уртаҡлашыуҙар үткәргән­дәр.

Шуныһы иғтибарға лайыҡ, Мортаза Рәхимов исемендәге 3-сө башҡорт гимназия-интернатында баланы шәхес булараҡ үҫтереүгә иғтибар ныҡ бирелә. Уҡыу яғынан шәп булмағандарҙың да һәләтен педагогтар һәр яҡлап асырға тырыша. Төрлө һөнәр эйәләре менән осрашыуҙар үткәрелә, ата-әсәләр менән эш алып барыла. Мәктәптән тыш саралар, түңәрәктәр үткәреүгә иғтибар артҡан. Марсель Ярышев алып барған “Мәргән уҡсы” түңә­рәгендә балалар теләп шөғөлләнә. Йәмилә Рамаҙанова етәкләгән фольклор театр түңәрәге башҡорт халҡының телен, мәҙәниәтен, традицияларын һаҡлау, үҫеп килгән быуында милли үҙаң тәрбиәләү маҡсатында  уңышлы эшләй. Ҙур тәжрибә туплаған, үҙ эшен энәһе­нән ебенә тиклем белгән белемле, кешелекле, кеселекле, булмыштары менән яуаплы, ышаныслы педагогтар тупланған коллективта. Алдынғы ҡарашлы етәкселә һәм гимназия уҡытыусыларында яңы­лыҡҡа ынтылыш көслө. Шуныһы асыҡ: улар өлгәшелгәндәр менән сикләнеп ҡалмаясаҡ.

Үткән уҡыу йылында 412 уҡыу­сы белем алған, күбеһе – тирә-яҡ ауылдарҙан. Күгәрсен, Ейәнсура, Хәйбулла, Баймаҡ, хатта Ырымбур өлкәһенән килеүсе­ләр ҙә етерлек. Проблемалар ҙа юҡ түгел уҡыу йортонда, ул да булһа – математика, физика, биология уҡы­тыусылары етмәй, тимәк, республика кимәлендә Уҡытыусы һәм остаз йылында педагогтарҙы йәлеп итерлек шарттар тыуҙырыу буйынса һорауҙар бар.

Бына шулай коллективта өлгөлө етәксе ең һыҙғанып эшләй, башҡаларға үрнәк күрһәтә.

 

Әҡлимә ИМАМОВА

Күмертау ҡалаһы.

Читайте нас