Белем һәм тәрбиә
4 Август 2023, 06:52

Балаларҙы ҡотло мәктәп ҡаршы ала

Уҡыусыларҙы ҡабул итергә әҙерләнеп бөткәндәр.

Автор фотолары.Автор фотолары.
Фото:Автор фотолары.

Йәйге осорҙа, балаларҙың каникулын файҙалы, ҡыҙыҡлы итеп үткәреү менән бер рәттән, белем биреү усаҡтарын яңы уҡыу йылына әҙерләү хәстәрен күреү мөһим. Краснокамаға эш сәфәре менән барған саҡта Ҡуян ауылындағы урта дөйөм белем биреү мәктәбендә булып, учреждениела башҡарылған ремонт эштәре менән ҡыҙыҡһындыҡ.

Мәктәптең дөйөм майҙаны ете мең квадрат метрҙан артып китә. Ҡуяндан тыш Яңы Хажи, Күпербаш, Баръяҙыбаш, Кирә­мәт һәм башҡа ауылдарҙан 600-ҙән ашыу бала белем ала.

Мәктәп директорының административ -хужалыҡ эштәре буйынса урынбаҫары Диләрә Шәңгәрәева, беҙҙе ҡаршы алып, июль башынан ремонт башланыуын, әлеге көндә һуң­ғы матурлау саралары күре­леүен әйтте.

– Беҙҙең мәктәп ике бинанан тора. Өс ҡатлыһы 1987 йылда төҙөлгән, ике ҡатлыһы – 1998 йылда. Быйыл ағымдағы ремонт, йәғни ағартыу-буяу кеүек эштәр башҡарылды. Спорт зал­да швед стенкаһын һүттек. Урынына туризм буйынса яңы ҡорамалдар ҡуйыу ниәтләнә. Әлеге көндә ҡоймаларҙы, бордюрҙарҙы буяу кеүек ваҡ эштәр ҡалды. Август башында мәктәпте яңы уҡыу йылына тапшырасаҡбыҙ, – тине директор урынбаҫары.

Балалар учреждениеһы даими иғтибар, ҡарау талап итә. Киләсәктә мәктәптең яңы бинаһының һыу, электр, канализация селтәрҙәренә капиталь ремонт эшләү маҡсаты ҡуйыл­ған. Бының өсөн әле смета документтары әҙерләнә.

Ҙур мәктәптең уҡыу, башҡа өлкәлә ҡаҙаныштары ла тос булып сыҡты. Директорҙың уҡы­тыу-тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары Земфира Сәғито­ва әйтеүенсә, уҡыусылар ара­һында Берҙәм дәүләт имтихандарын 90 балдан юғарыраҡҡа тапшырыусылар булыуы мәктәп өсөн ғорурлыҡ.

Төрлө олимпиадаларҙа ла һынатмайҙар. Мәҫәлән, быйыл 11 класты тамамлаған Әлиә Сәйетгәрәева Ҡазанда уҙға­рыл­ған татар теле буйынса халыҡ-ара олимпиадала ике йыл элек призер булған. Йәнә бер уҡыу алдынғыһы – Карина Яҡупова быйыл мари теле буйынса олимпиадала республика кимәлендә еңеү яулаған.

 Был мәктәптә башҡорт, татар, мари, рус телдәре туған тел булараҡ 1 – 11 кластарҙа өйрәнелә. Шулай уҡ башҡорт телен дәүләт теле булараҡ та уҡыйҙар.

2020 йылда “Үҫеш нөктәһе” белем биреү үҙәгенең эшләй башлауы балаларға һәләттә­рен төрлө яҡлап асырға булыш­лыҡ итә. Уҡыусылар информатика, йә­шә­йеш хәүефһеҙлеге нигеҙ­ҙә­ре, технология, проекция эшмә­кәрлеге буйынса кабинет­тарҙа шөғөлләнә. 3D принтерҙа төрлө фигуралар моделләү балалар өсөн бигерәк тә ҡыҙыҡ­лы. Улар эшләгән байтаҡ фигуралар кабинетты биҙәй.

Төрлө конкурстарҙа ла һы­натмай коллектив. Мәҫәлән, былтыр “Ҡотҡара беләм!” проекты менән Рәсәй Президенты гранты конкурсында еңеү яулап, тәүге ярҙам күрһәтеү өсөн тренажерҙар, манекендар ал­ған­дар. Быйыл “Беҙ спорт туризмын һайлайбыҙ” проектында ҡатнашыу ҙа яҡшы һөҙөмтә биргән. Уның сиктәрендә спорт туризмы һәм ориентацияһы буйынса секциялар өсөн инвен­тар­ҙар алынасаҡ. Яңыраҡ “Мил­ли костюм булдырабыҙ” проектында ла уңышҡа өлгәш­кәндәр.

– Проект аҡсаһына Краснокама районында 19-20 быуатта йәшәгән мари, татар, башҡорт халыҡтарының костюмдарын балалар менән берлектә тегер­гә ниәтләйбеҙ, – тип һөйләне Земфира Сәғитова.

Спорт буйынса шарттарҙы яҡшыртыу ҙа осраҡлы түгел. Был өлкәлә һөҙөмтәләр ҡыуа­нырлыҡ. Айырыуса еңел атлетика, шашка, футбол, мини футбол буйынса төрлө кимәл­дәге ярыштарҙа тәүге урын­дарҙы яулайҙар. “Хәүефһеҙлек мәктәбе” түңәрәгендә шөғөллә­неүселәр ҙә ҡаҙаныштары менән маҡтана ала. Күптән түгел ике командалары республика кимәлендә уҙғарыл­ған ярышта 2-се урын яулаған.

Бина эсе генә түгел, эргә-тирәһе лә тәртиптә. Алмағас баҡ­саһы айырым бер май­ҙанды биләһә, шулай уҡ сейә­лектәре, еләклектәре лә бар, ҡарағаттары ла арыу майҙанды биләй.Тәжрибә участкаһында төрлө йәшелсәләр үҫтерәләр, тәжрибә эшләйҙәр, уның буйынса фәнни-тикшеренеү эш­тәре алып баралар. Мәктәп тирә-яғының гөл-сәскәгә күме­леп ултырыуында ла коллек­тивтың дөйөм тырышлығы сағыла.

Резеда ШӘҢГӘРӘЕВА 

Краснокама районы.

Читайте нас