

7 августа Рәсәй һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко һәм Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Башҡорт дәүләт медицина университетында булды. Ул - илдең донъя кимәлендәге Евразия фәнни-белем үҙәге эшмәкәрлеге программаһын тормошҡа ашырған алдынғы уҡыу йорттарының береһе.
Бында федераль Һаулыҡ һаҡлау министрлығы етәксеһе һәм төбәк башлығы йәйге белем биреү мәктәптәренә арналған, шул иҫәптән сит ил студенттарын йәлеп итеп, фәнни-ғәмәли конференцияла ҡатнашты.
Михаил Мурашко һәм Радий Хәбиров дискуссияла ҡатнашҡандарҙы сәләмләне һәм уларға уңышлы эш теләне.
- Беҙҙең илдә 75 мең сит ил студенты медицина белеме ала. Башҡорт дәүләт медицина университеты алдынғы фәнни һәм белем биреү майҙансығы статусын һаҡлай, яңы технологиялар һәм медицина продукттары булдыра – шуныһы шатлыҡлы. Илдең юғары уҡыу йорттары араһында көнәркәшлек көсәйә. Шуның өсөн һеҙгә үҫеш темпын көсәйтергә кәрәк, - тип билдәләне Рәсәй һаулыҡ һаҡлау министры.
Башҡортостан Башлығы билдәләүенсә, республикала милләт-ара килешеүсәнлекте һаҡлау традицияһы көслө.
- Башҡортостан, беҙҙең медицина учреждениелары ишеге йәштәр, шулай уҡ илдең башҡа төбәктәренән килгәндәр, өсөн асыҡ. Улар араһында сит ил граждандары ла бар. Халыҡ билдәләүенсә, улар эшһөйәр, түҙемле, ныҡышмал. Башҡортостан – күп милләтле төбәк. Беҙ һеҙҙең компетентлыҡты, иң яҡшы кешелек сифаттарын юғары баһалайбыҙ, - тине республика Башлығы.
Михаил Мурашко һәм Радий Хәбиров һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәренә Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы һәм уларҙың фиҙакәр хеҙмәте өсөн рәхмәт белдерҙе.
Конференцияла федераль Һаулыҡ һаҡлау министрлығы етәксеһе һәм төбәк башлығы сит ил студенттары менән осрашты һәм уларҙы борсоған һорауҙарға яуап бирҙе.
Артабан Михаил Мурашко һәм Радий Хәбиров университет биләмәһен ҡараны. Вуз ректоры Валентин Павлов университет корпустарын һәм ятаҡты реконструкциялау тураһында һөйләне.
Ҡунаҡтар БДМУ базаһында тормошҡа ашырылған яңы проекттар һәм белем биреү технологиялары менән танышты. Улар иҫәбендә – “Һанлы кафедра” һәм Фундаменталь медицина институты.
Уҡытыусылар һәм студенттар һаулыҡ һаҡлауҙың төрлө өлкәләрендә уҡыу йортоноң компетенциялары тураһында һөйләне. Гемодиализдың һанлы лабораториялары, робот хирургияһы, кеше организмының һанлы моделе мөмкинлектәрен күрһәттеләр. Шулай уҡ университет базаһында етештерелгән офтальмологик кластер проекты менән таныштырҙылар.
Фото: