Белем һәм тәрбиә
16 Август 2023, 12:10

Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең кампусын төҙөү тарихы

БР Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров вуз-ара кампус төҙөү барышын тикшерҙе.

Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең кампусын төҙөү тарихыЕвразия ғилми-белем биреү үҙәгенең кампусын төҙөү тарихы
Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең кампусын төҙөү тарихы

Андрей Назаров Өфөлә Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусы төҙөлөш майҙансығында булды. Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры ведомство етәкселәре, ректорҙар һәм ҡыҙыҡһынған ойошма вәкилдәре менән бергә кампусты ҡараны һәм төҙөлөш эштәре барышын баһаланы.

Артабан Премьер-министр республика Хөкүмәтендә Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең юғары уҡыу йорттары студенттары кампусын төҙөү буйынса сираттағы кәңәшмә үткәрҙе. Андрей Назаров Рәсәйҙең Фән һәм юғары белем министрлығы кампус төҙөү проектын ғәмәлгә ашырыу буйынса юл картаһын раҫланы тип билдәләне. Беренсе контроль тикшереү проекттың социаль-иҡтисади эффекттарының план күрһәткестәрен билдәләүҙе үҙ эсенә ала. Ҡалғандары ҡорамал һатып алыуға килешеүҙәр төҙөүгә ҡағыла.

Евразия ғилми-тикшеренеү үҙәгенең юғары уҡыу йорттары студенттары кампусы - Башҡортостандың фәнни-техник үҫеше локомотивы. Әле ул әүҙем төҙөлә. Кампус идеяһының тарихы тураһында тулыраҡ - беҙҙең карточкаларҙа.

Фото: https://vk.com/bashkortostan_gov

Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең кампусын төҙөү тарихы
Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең кампусын төҙөү тарихы
Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең кампусын төҙөү тарихы
Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең кампусын төҙөү тарихы
Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең кампусын төҙөү тарихы
Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең кампусын төҙөү тарихы
Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең кампусын төҙөү тарихы
Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең кампусын төҙөү тарихы
Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең кампусын төҙөү тарихы
Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас