

Рәсәйҙә “Фән һәм технологиялар ун йыллығы” конкурсына ғаризалар ҡабул итеү тамамланды. Барлыҡ илдән конкурста ҡатнашыу өсөн 1493 идея-талисмандар ҡабул ителгән. Конкурсҡа килгән һүрәттәр хәҙер һайлап алынасаҡ. Еңеүсенең эше Фән һәм технологиялар ун йыллығының рәсми талисманына әүереләсәк. Һәм ул “Сириус”та йәш ғалимдарҙың 3-сө конгресында күрһәтеләсәк.
- Талисмандар идеяһы конкурсы төрлө кешеләрҙе берләштерҙе һәм фәндең йышыраҡ ниндәй образ менән күҙ алдына килеүе асыҡланды. Рәсәйҙең 82 төбәгенән 1,5 меңгә яҡын кеше үҙҙәренең эштәрен ебәрҙе. Ҡатнашыусылар араһында мәктәпкәсә йәштәге балалар ҙа, ғалимдар ҙа, профессионал дизайнерҙар ҙа бар. Шулай ҙа иң күп ғаризалар студенттарҙан һәм мәктәп уҡыусыларынан булды. Иң өлкән йәштәге ҡатнашыусыға 84 йәш, - тине Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Дмитрий Чернышенко.
Фото: “Бакаланские зори” гәзите сайтынан.