Белем һәм тәрбиә
19 Август 2023, 11:45

Андрей Назаров яңы полилингваль мәктәпте ҡараны

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров Учалы ҡалаһында күп профилле яңы полилингваль мәктәпте ҡараны.

Андрей Назаров яңы полилингваль мәктәпте ҡараныАндрей Назаров яңы полилингваль мәктәпте ҡараны
Андрей Назаров яңы полилингваль мәктәпте ҡараны

Ҡалалағы был 9-сы мәктәп үҙ уҡыусыларын 1 сентябрҙә ҡабул итәсәк. Объект “Мәғариф” милли проектына һәм “Заманса мәктәп” төбәк проектына ярашлы төҙөлгән.

Мәктәп 20 класс-комплектҡа иҫәпләнгән. Штатты йыйыу тамамлана, китапхана тупланған. Быйыл санитар-эпидемилогик рөхсәт һәм башланғыс дөйөм белем биреүгә лицензия ла алынған.

“Заманса кластары һәм ҡорамалдары булған һәйбәт матур мәктәп, – тине Андрей Назаров. – Башҡортостандың Мәғариф министрлығына проект-смета документтарының башҡарылышын контролгә алырға ҡушам”.

Фото: БР Хөкүмәте сайты.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас