Белем һәм тәрбиә
22 Август 2023, 07:34

Сәнғәттә һәм ижад индустрияһында кластерҙар булдырыла

Халыҡтарҙың мәҙәни үҙенсәлеге һаҡлана.

Гүзәл Кәримова, Рәмил Ҡаһиров, Вячеслов Оточин килешеүгә ҡул ҡуя.Гүзәл Кәримова, Рәмил Ҡаһиров, Вячеслов Оточин килешеүгә ҡул ҡуя.
Гүзәл Кәримова, Рәмил Ҡаһиров, Вячеслов Оточин килешеүгә ҡул ҡуя.

“Башинформ” мәғлүмәт агентлығы махсус булдырған майҙанда, урта һөнәри белем биреү кластерҙарын булдырыу һәм үҫтереү маҡсатында, “Сәнғәт һәм ижад индустрияһы” тармағы буйынса партнерлыҡ тураһында килешеүҙәр төҙөлдө.

Башҡортостан Республикаһының Фән һәм мәғариф министрлығы,  Өфө художество-сәнәғәт колледжы, “Ағиҙел” башҡорт художест­во кәсептәре предприятиеһы, Өфө дәүләт технология һәм дизайн колледжы, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры араһында киле­шеүҙәргә ҡул ҡуйылды.

“Профессионалитет” федераль проекты 2030 йылға тиклем Рәсәй Федерацияһының социаль-иҡтисади үҫеш башланғыстарының береһе булып тора һәм урта һөнәри белем системаһын популярлаштырыуҙы йылдам алып бара. Бөгөн мәктәпте тамамлаған балаларҙың 70 проценты урта һөнәри белем биреү йорттарын һайлай.

– Тарихты дауам итәсәк һәм мәҙәниәтте киң таратасаҡ белгестәр беҙгә мотлаҡ кәрәк. “Профессионалитет” проектына ярашлы колледждар менән үҙ-ара эш итә алыуы­быҙға шатбыҙ, – тине Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының генераль директоры Александр Алексеев.

“Ағиҙел” башҡорт художество кәсептәре предприятиеһының генераль директоры Гүзәл Кәримова иһә: “Беҙ – бөгөн халыҡ-художество кәсептәре әйберҙәрен федераль кимәлдә етештереү буйынса республикала берҙән-бер предприятие. Шуның өсөн дә был йүнәлеште һаҡлап алып ҡалыу һәм артабан үҫтереү бик мөһим. Бының дәүләт ҡушҡан бурыс булыуы ла ҙур роль уйнай. Өфө художество-сәнәғәт колледжы менән беҙҙе күп йыллыҡ хеҙмәттәшлек бәйләй. Бөгөн дә “Профессионалитет” федераль проекты нигеҙендә төҙөлгән килешеүҙәр –  беҙҙең өсөн бик шатлыҡлы ваҡиға. “Ағиҙел” предприятиеһында әлеге ваҡытта балаҫ туҡыу һәм йыһаз етештереү цехтары киңәйтелде, тимәк, тиҙ арала йәш, квалификациялы кадрҙар кәрәк. Республи­кабыҙҙа эске туризм һәм глэмпинг әүҙем үҫешә, шуға күрә тирмәләр етештереү йүнәлешендә лә эшләйбеҙ. Һәм, әлбиттә, белгестәргә мохтажбыҙ”, – тип билдәләне.

Федераль проектты тормошҡа ашырыу­ҙың төп принцибы – партнер предприятие­ларҙың маҡсатлы заказы буйынса белгестәр әҙерләү, белем биреү программаларын көнүҙәкләш­тереү, уҡытыусыларҙың квали­фикацияһын камиллаштырыу.

Рәсәй Президенты Владимир Путин, илебеҙҙәге бөтә халыҡтарҙың мәҙәни үҙенсәлеген һаҡлап ҡалыу һәм быны белем биреү проекттары аша үҫтереү бурысын һәр саҡ алдынғы урынға ҡуйҙы.

“Үҙенең тәүтарихынан алып Рәсәй күп милләтле һәм күп конфессиялы ил булды, – тине Владимир Путин “Валдай” дискуссия клубында үткән пленар ултырышта. – Беҙҙең илдә күп төрлө мәҙәни традициялар үҫеш­кән, уларҙың үҙенсәлеге, иң мөһиме, бөтә халыҡтарҙың берҙәмлеге һаҡлап алып ҡалынған.

Белем биреү кластерын барлыҡҡа кил­тереү өсөн бер гранттың күләме –  70 миллион һум, өс кластер төҙөү өсөн 210 миллион күләмендә федераль субсидия йәлеп ителә. “Профессионалитет” проектына ярашлы, урта һөнәри белем биреү усаҡтары тулыһынса яңыртылырға тейеш, ә колледж базаһында төҙөләсәк үҙәк биналар бренд буйынса берҙәм концепцияға ярашлы ойоштороласаҡ.


Таңсулпан БАЙТИМЕРОВА

Читайте нас