

Бөрйән районы Волга буйы федераль округының Йәштәр форумы ҡатнашыусыларын шулай ихлас ҡаршыланы. Өшөгән форумсылар йоҡлар алдынан бер нисә сәғәт буйы йылы урынға күсенеп, һыуланған әйберҙәрен ҡотҡарыу менән булышты. Ойоштороусылар тәбиғәттең бөтә ҡаршылыҡтарына әҙер ине, буғай, йыйындың бөтә чаттары буйынса ярҙам орандары ташланды, бәләгә ҡалған ҡатнашыусыларҙы ҙур, яҡты, йылы япмалар аҫтына тупланылар.
Ә инде таңғы сәғәт 7-лә барыһы ла аяғөҫтө, иртәнге күнекмәләргә, иртәнге ашҡа әҙер ине инде. Ойоштороусыларҙың береһе Дарья Разумейкина әйтеүенсә, бындай хәлдең булырын белеп, алдан ҡатнашыусыларҙы әҙерләгәндәр, шулай булыуына ҡарамаҫтан, ямғыр көтөлгәндән дә көслөрәк булыу сәбәпле, ҡайһы бер палаткалар форумсыларҙың өмөтөн аҡламаған, бар әйберҙәренә һыу үткән. Төнөн тиҙ ярҙам күрһәтелгән, барыһы ла яҡшы, йәштәрҙең кәйефтәре күтәренке.
Ысынлап та, был ваҡиғанан һуң бер генә кешенең ауырып китеүен иҫәпкә алғанда, палаткалар лагерында йәшәүсе форумсыларҙың дөйөм хәл-торошо яҡшы.
Әлеге ваҡытта Мәскәүҙән һәм республикабыҙҙың төрлө ойошмаларынан килгән абруйлы спикерҙарҙың уҡытыу платформаларында ҡатнашалар, файҙалы, кәрәкле мәғлүмәттәр менән уртаҡлашалар. Әйткәндәй, ойоштороу кимәле бик яҡшы, бар саралар ҙа ваҡытында һәм ойошҡан рәүештә бара. Бер нисә аҙна элгәре үк һәр ҡатнашыусыны алдан теркәп, кемдең ҡайһы йүнәлештә ҡатнашҡыһы килгән – теләктәрен иҫәпкә алып, меңдән артыҡ форумсыны туғыҙ платформаға бүлеп сыҡҡандар ине. Әлеге ваҡытта барыһы ла үҙҙәренең йүнәлешендәге майҙансыҡтарҙа шөғөлләнә.
Шулай уҡ быйылғы Йәштәр йыйынының гранттар конкурсына 52 кеше ғариза биргән, әлеге мәлдә тап беренсе конкурсанттар үҙҙәренең проекттарын яҡлау өҫтөндә.
Ә инде кисәге һыуланып өшөгән форумсыға Бөрйән районының медицина ойошмаһы тарафынан ебәрелгән дежур фельдшер беренсе ярҙам күрһәткәндән һуң, артабан медицина ярҙамы күрһәтеүҙә ҡатмарлылыҡ килеп сыҡҡан ине. Быға борсолоп, Бөрйән район дауаханаһының баш табибы Линар Ҡыҙрасов йыйын майҙанына үҙе килде. Медицина ярҙамы күрһәтеү менән ҡыҙыҡһынды.
Был осраҡта йыйынсыларға борсолорға урын юҡ. Шулай уҡ бер майҙанда психологик ярҙам күрһәтеү хеҙмәте эшләһә, икенсе майҙанды Башҡортостан СПИД үҙәге хеҙмәткәрҙәре биләй. Улар иһә теләге булғандарҙан анализ ала һәм тикшерә. Был хеҙмәттәр, әлбиттә, бушлай эшләнә.
Бөрйән районының һабантуй яланы Волга буйы халыҡтары йәштәрен үҙендә тағы ике-өс көн ҡунаҡ итәсәк әле...
Автор фотолары.