

1 сентябрҙән Рәсәй мәктәптәрендә өлкән класс уҡыусылары тарих фәнен яңы китаптан уҡый башлаясаҡ. Дәреслектең авторҙары - Рәсәйҙә тарихи яҡтан яҡтыртыу ведомство-ара комиссияһы рәйесе Владимир Мединский һәм академик Александр Чубарьян. Яңы дәреслеккә Рәсәйҙәге һәм донъялағы мөһим тарихи ваҡиғалар ингән. Ҡытай, Япония, Һинд илдәре хаҡында ла һөйләнелгән, хатта Африка континенты ла ингән.
- Яңы китапта Латин Америкаһы хаҡында ла бүлек урын алған, донъя мәҙәниәте, фәне бүлектәре мәғлүмәти яҡтан байытылды, - ти А. Чубарьян.
Берҙәм тарих дәреслеге 4 томдан тора - «Рәсәй тарихы» һәм «Дөйөм тарих» 10-11-се кластар өсөн. Киләһе уҡыу йылына 5-9-сы кластар өсөн дә яңы дәреслектәр әҙер буласаҡ тип күҙаллана.
Башҡортостанда ла өлкән класс уҡыусылары тарихты яңы дәреслектәрҙән уҡыясаҡ, тип белдерәләр республика Мәғариф министрлығында. Шулай уҡ профессиональ белем биреү учреждениелары ла көтә уны. Авторҙар билдәләүенсә, яңы дәреслек сәйәсиләштерелмәгән, һәм ул Ватан патриоттарын тәрбиәләйәсәк тип күҙаллана.
Фото pixabay.com