Белем һәм тәрбиә
28 Август 2023, 16:35

Республика студенттары өсөн яңы мөмкинлектәр

Юғары уҡыу йорттары араһындағы студенттар кампусында Өфө фән һәм технологиялар университетының “Яңы бизнес территорияһы” үҙәге урынлашасаҡ

Республика студенттары өсөн яңы мөмкинлектәрРеспублика студенттары өсөн яңы мөмкинлектәр
Республика студенттары өсөн яңы мөмкинлектәр

Уның төп маҡсаты – инновацион һәм стартап проекттарын үҫтереү өсөн үҙенсәлекле йәштәр бизнес-мөхитен булдырыу.

Кампуста бизнес-мөхитте ойоштороу студенттарға һәм йәш эшҡыуарҙарға үҙ-ара эш итергә, тәжрибә уртаҡлашырға, проекттарҙы бергәләп тормошҡа ашырыу өсөн командалар булдырырға мөмкинлек бирәсәк. Шулай уҡ эшҡыуарлыҡты уңышлы алып барыу өсөн кәрәкле инфраструктураға һәм ресурстарға инеү ойоштороласаҡ.

Үҙәктең эше сиктәрендә эшҡыуарлыҡ һәм инновациялар күнекмәләрен үҫтереүгә йүнәлтелгән семинарҙар, тренингтар, конференциялар һәм башҡа саралар үткәреү планлаштырыла.

Һәр проект тәжрибәле эшҡыуар етәкселегендә алып барыласаҡ. Ул проектты төҙөү һәм тормошҡа ашырыу барышында ниндәй проблемалар һәм ҡатмарлыҡтар килеп сығыуын үҙ миҫалында күрһәтәсәк.

 

Фото: pravitelstvorb.ru

Автор:Гүзәлиә Зәйнуллина
Читайте нас