Белем һәм тәрбиә
29 Август 2023, 05:57

Ҡанбабалар тәүтөйәгенә сәйәхәт

Студенттар рухланып ҡайтты.

Уҡыу йортоноң матбуғат хеҙмәте фотоһы. Таңһылыу Вәхитова, Гөлфизә Әхмәтшина, Әлфиә Мөғәмирова, Кристина Никифорова, Инна Алексеева, Розалина Сөләймәнова уҡытыусылары Илсур Мансуров менән.Уҡыу йортоноң матбуғат хеҙмәте фотоһы. Таңһылыу Вәхитова, Гөлфизә Әхмәтшина, Әлфиә Мөғәмирова, Кристина Никифорова, Инна Алексеева, Розалина Сөләймәнова уҡытыусылары Илсур Мансуров менән.
Таңһылыу Вәхитова, Гөлфизә Әхмәтшина, Әлфиә Мөғәмирова, Кристина Никифорова, Инна Алексеева, Розалина Сөләймәнова уҡытыусылары Илсур Мансуров менән.Фото:Уҡыу йортоноң матбуғат хеҙмәте фотоһы.

Өфө фән һәм технологиялар университетының Стәрлетамаҡ филиалы башҡорт һәм төрки филологияһы факультетының бер төркөм студенттары Таулы Алтай Республикаһында булып ҡайтты. Унда улар Бөтә Рәсәй студенттарының төрки телдәр, фольклор һәм әҙәбиәт буйынса олимпиадаһында ҡатнашып икенсе урын яуланы. Олимпиада йыл һайын Таулы Алтай дәүләт университетының алтаистика факультетында уҙғарыла.

Татар һәм сыуаш филологияһы кафед­раһы мөдире Илсур Мансуров етәксе­легендәге быйылғы команда составында башҡорт һәм төрки филологияһы, татар һәм сыуаш филологияһы студенттары Таңсулпан Вәхитова, Розалина Сөләймәнова, Әлфиә Мөғәмирова, Гөлфиҙә Әхмәтшина, Кристина Никифорова, Инна Алексеева ҡатнашҡан. Студенттар Бөтә Рәсәй фәнни-ғәмәли конференцияһында ғилми-тикшеренеү эшен күрһәткән, халыҡ-ара гастрофестивалдә, халыҡтар дуҫлығы фестивалендә булырға ла өлгөргән. Команда ағзалары ошондай әһәмиәтле сарала ҡатнашырға мөмкинлек булдырғаны өсөн Стәрлетамаҡ филиалы етәкселегенә һәм факультетына рәхмәт белдерҙе һәм сәйәхәттән алған тәьҫорат­тарын уртаҡлашты.

– Таулы Алтай Республикаһында аҙна дауамында барған олимпиадала ҡатнашып ҡына ҡалманы улар, Рәсәй кимәлендә икенсе урын яулап, оло еңеү менән ҡайтты! – тип шатлыҡлы хәбәрҙән башланы һүҙен башҡорт һәм төрки филологияһы факультеты деканы, доцент Рәйсә Илешева. – Ер йөҙөндә һәр кем туған телен белергә тейеш. Бында ысын филологтар ултыра. Ысын телсе бер нисә тел белергә тейеш. Таулы Алтайҙа башҡорт бүлегенән йыл да өсәр команда ҡатнаша. Быйылғы команда иһә татар һәм сыуаш теле бүлектәренән дә торҙо.

Быйылғы команданы етәкләгән татар һәм сыуаш кафедраһы мөдире доцент Илсур Мансуров та ҡыҙыҡлы тәьҫораттарын уртаҡлашты.

– Алтай – ул төрки халыҡтарҙың ата-бабаларының, йәғни беҙҙең ҡанбабалары­быҙҙың тәүтөйәге, беҙ быға йәнә бер тапҡыр инанып ҡайттыҡ, – тип мауыҡтырғыс итеп һөйләне Илсур Сәлихйән улы. – Себер далаларынан башланып, Ҡытай, Монголияға тиклем һуҙылған Алтай тәбиғәте иҫ киткес матур, тау-урмандары ла, йәйрәп ятҡан далалары ла бар. Бында туризм үҫешкән. Маральник сәскә атҡанда бар донъя, тауҙар алһыу төҫкә инә. Күҙ иркәләр, әммә ҡырыҫ Катунь (беҙҙеңсә Ҡатын) йылғаһы, Ай күле, дүрт ҡатлы музей – бына ошо иҫтәлекле урындарҙа булып, матур тәьҫораттар менән ҡайттыҡ.

Алтай йыл һайын төрки телдәрҙе өйрәнеүселәрҙе үҙенә йыя. Студенттар командаһы беренсе тапҡыр бынан 17 йыл элек барып ҡайтҡайны. Бында студенттарға төрки халыҡтарҙың фольклоры, рун яҙмаларына (төрки телдәрҙең уйғыр-уғыҙ төркөмөнә ҡараған боронғо уйғыр әҙәби теле; Орхон-Йәнәсәй ҡомартҡылары һ.б.) ҡағылышлы бик ҡыҙыҡлы һорауҙарға яуап бирергә кәрәк ине. Ҡатнашыусыларға тел һәм әҙәбиәт буйынса ижади задание бирелде. Шулай уҡ хакас шағирәһенең ижадына анализ яһанылар. Студенттарыбыҙ олимпиаданан тыш стажировка ла үтте.

Хәҡиҡәт сағыштырыу аша беленә, таныла, Алтайға барып ҡайтҡас шуны аңланым: унда тыва, алтай, хакас халҡы вәкилдәре бик аҙ икән, әммә улар үҙ телен өйрәнә. Улар менән сағыштырып ҡарағанда беҙ байтаҡҡа күберәк. Ошо бәләкәй генә дәүләт үҙенең күп үҙенсәлектәре менән хайран итте.

Студенттар төрки халыҡтар фестивале, гастрофестиваль, Алтай халҡының милли аштары менән танышыуы, милли уйындар фестивале, тәбиғәттә йәйәнән уҡ атыу кеүек бик мауыҡтырғыс уйындар уҙғарылыуы тураһында әҫәрләнеп һөйләне.

– Кешеләренең бик ярҙамсыл, изге күңелле булыуы әллә ҡайҙан күренеп тора, – тине олимпиада еңеүсеһе Таңсулпан Вәхитова. – Беҙ, башҡорттар, оялсан, тартынабыҙ, тыйнаҡбыҙ, ә улар иһә асыҡ. Ҡәрҙәш халыҡтар менән тәржемәсеһеҙ ҙә еңел аралаштыҡ, нимә тураһында һөйләгән­дәре аңлашылып тора. Уларҙа ла беҙҙәге һабантуйға оҡшаш саралар уҙғарыла икән. Алтай йырҙарын өйрәндек. Унда мәжүсилек һаҡланған, христиандар ҙа бар.

“Алтай йәнә шуныһы менән ғәжәп итте: унда бейек йорттар юҡ. Баҡтиһәң, сейсмик сәбәптәр арҡаһында күп ҡатлы йорттар төҙөмәйҙәр икән. Алтайҙар батырҙарыбыҙ, “Урал батыр” эпосыбыҙ, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙ тураһында белә. Алтай халҡының дәмләмә, чок-чок, ҡорот, талҡандан йомарлап эшләнгән милли ризыҡтарынан да ауыҙ иттек”, – тине студенттар.

– Уларҙағы тотем ағасы – беҙҙәге байтирәк, – тип әңгәмәне ҡеүәтләп ебәрҙе Рәйсә Хәким ҡыҙы. – Был образ Рәми Ғарипов шиғырында бар. Бына шундай уртаҡ оҡшашлыҡтар. Беҙҙең Жәлил Кейекбаев һымаҡ күренекле шәхестәребеҙ бар, ә уларҙа юҡ. Ә бит беҙ ҙә ошо шәхестәрҙең һәйкәле янында шундай саралар үткәрә алабыҙ.

Сара бик йәнле үтте. Студенттар Алтайҙан күстәнәстәр алып ҡайтырға ла онотмаған. Улар сәйәхәттән шундай рухланған, хатта һөйләгәндәрен тыңлаһаң да, үҙең шул ерҙәрҙе күргәндәй булаһың. Ысынлап та, Алтай ҡанбабалар тәүтөйәге икәненә инанырлыҡ.

 
Роза САФИНА

Стәрлетамаҡ ҡалаһы.

Читайте нас