Белем һәм тәрбиә
29 Август 2023, 14:00

Белем көнөндә ямғыр яуырмы?

“Тәбиғәттең насар миҙгеле булмай” тигәндәй... 

Белем көнөндә ямғыр яуырмы?Белем көнөндә ямғыр яуырмы?
Белем көнөндә ямғыр яуырмы?

Мәктәп уҡыусыларының көтөп алған оҙайлы йәйге каникулы тамамланыуға һанаулы ғына көндәр ҡалды. 1 сентябрҙә республика мәктәптәре тағы ла балаларҙың шат тауышына күмеләсәк.

Белем көнөн айырыуса 1-се класҡа барған кескәй ҡыҙҙар һәм малайҙар ашҡынып көтә. Ата-әсәләр ҙә уларҙан кәм тулҡынланмай. Бала тормошонда бер тапҡыр ғына була торған иҫтәлекле көн бит.

Ә бына тәбиғәт быйыл был көндә йылы, сыуаҡ һауа торошо менән ҡыуандырырмы икән? Үкенескә ҡаршы, тип әйтәйекме, республика биләмәһендә башланып торған йонсоу көндәр дауам итәсәк. 1 сентябрҙә лә республиканың күпселек төбәктәрендә синоптиктар ямғыр вәғәҙәләй. Һауа температураһы +13...+16 градус арауығында буласаҡ.

Уның ҡарауы бер нисә көндән, аныҡлабыраҡ әйткәндә, 3 сентябрҙән һауа торошо яҡшыра – ямғырҙар туҡтай, көндөҙгө һауа температураһы +19...+23 градусҡаса йылынасаҡ.

“Тәбиғәттең насар миҙгеле булмай” тигәндәй, иң мөһиме – күңелегеҙ күтәренке булһын!

Фото: stihi.ru 

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас