

Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы Азамат Юлдашбаев хәбәр итеүенсә, быйыл Сибайҙа аталары махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан 16 бала тәүге тапҡыр мәктәп тупһаһы аша атлап, мауыҡтырғыс белем донъяһына сумасаҡ.
Яңы уҡыу йылы алдынан уларҙы ҡала башлығы әсәйҙәре менән бергә МХО-ла ҡатнашыусыларҙы һәм уларҙың ғаилә ағзаларын яҡлау үҙәгенә саҡырҙы. Уларға тәм-томлы байрам ойоштороп, биштәрҙәр һәм кәнсә кәрәк-яраҡтары бүләк иттеләр. Ҡыҙҙар-малайҙарҙың атайҙары әлеге ваҡытта махсус хәрби операцияла булғанлыҡтан, бәләкәстәрен мәктәпкә оҙата алмай.
"Балаларға махсус хәрби операция биләмәһендә ҡатнашҡан һәм алдарына ҡуйылған бурыстарҙы намыҫ менән үтәгән атайҙары менән ғорурланырға, һәм, әлбиттә, белемгә юл ярыу, яҡшы уҡыусылар һәм үҙ иленең ысын патриоттары булып үҫеүҙәрен теләнем", - тип яҙған Азамат Юлдашбаев үҙенең "Бәйләнештә"ге сәхифәһендә.
Беҙ ҙә буласаҡ беренсе класс уҡыусыларын ҡотлайбыҙ! Тырышып уҡығыҙ, белемгә ынтылығыҙ!
Фото: Азамат Юлдашбаевтың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.