Белем һәм тәрбиә
1 Сентябрь 2023, 14:50

Ун мәктәптә теш дауалау кабинеты асылды

Уҡыусылар, педагогтар һәм ата-әсәләр  был сараны көтөп алды.

Ун мәктәптә теш дауалау кабинеты асылдыУн мәктәптә теш дауалау кабинеты асылды
Ун мәктәптә теш дауалау кабинеты асылды

Яңы стоматологик кабинеттар асылды

2023 йылдың 1 сентябрендә Башҡортостан мәктәптәрендә “Сәләмәт йылмайыу” модулен тормошҡа ашырыу  сиктәрендә 10 мәктәптә стоматологик кабинеттар тантаналы асылды.

Теш дауалау кабинеттары Асҡын районының 2-се Асҡын урта төп белем биреү мәктәбендә, Благовещен районы Благовещен ҡалаһының 4-се төп дөйөм белем биреү мәктәбендә, Дәүләкән районының 7-се төп дөйөм белем биреү мәктәбендә, Иглин районының Иглин ауылында В.Н. Бесценный исемендәге 1-се урта төп белем биреү мәктәбендә, Салауат районының Мөрсәлим урта белем биреү мәктәбендә, Тәтешле районының Үрге Тәтешле  2-се урта төп белем биреү мәктәбендә, Туймазы районының Туймазы ҡалаһындағы 1-се гимназияһында, Күмертау ҡалаһының 5-се урта төп белем биреү мәктәбендә, Салауат ҡалаһындағы 8-се лицейҙа һәм Өфөнөң 13-сө мәктәп-интернатында асылды. Бөтә кабинеттар ҙа стандарттарға ярашлы заманса дауалау ҡорамалдары менән йыһазландырылған.

Уҡыусылар, педагогтар һәм ата-әсәләр  был сараны көтөп алды. Мәктәптәрҙе мөһим ваҡиға менән ҡотларға БР мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Ринат Нагаев, муниципаль райондар башлыҡтары, район һәм ҡала балалар дауаханаһы хеҙмәткәрҙәре, йәмәғәт эшмәкәрҙәре барҙы.

 ”Юғары ос” проекты - иң яҡшы ғәмәл. Беҙ балаларға бәләкәйҙән тештәрен һаҡларға ярҙам итәбеҙ, уңайлы мөхиттә дауалайбыҙ”, - тине Салауат районы Мөрсәлим мәктәбендә Ринат Нагаев.

“Шәп бүләк!” - тинеләр Иглин мәктәбендә стоматологик кабинетты тантаналы асҡанда ата-әсәләр.

“Сәләмәт йылмайыу” модуле республика мәктәптәрендә 2019 йылдан тормошҡа ашырыла. Был ваҡыт эсендә 300 меңдән ашыу уҡыусы сифатлы стоматологик ярҙам алған.

Фотолар: БР Мәғариф һәм фән министрлығы матбуғат хеҙмәте.  

 

Ун мәктәптә теш дауалау кабинеты асылды
Ун мәктәптә теш дауалау кабинеты асылды
Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас