Белем һәм тәрбиә
1 Сентябрь 2023, 06:17

Йәш быуын сәләмәт булһын!

glavarb.ruglavarb.ru
Фото:glavarb.ru

Республика мәктәптәрендә стоматология кабинеттары асыу эше дауам итә. Башланғыстың маҡсаты – һау-сәләмәт киләсәк тәрбиәләү.

Был эш “Юғары ос” республика белем биреү проектының “Сәләмәт йылмайыу” модуле буйынса тормошҡа ашырыла. Әлеге көндә Башҡортостан мәктәптәрендә 214 стоматология кабинеты эшләй, шуларҙың 80-е “Юғары ос” проектына ярашлы булдырылған.

“Был башланғысты беҙҙең проект­тар араһынан иң яҡшы­ларҙың береһе тип һанайым. Уҡыусыларҙы бала саҡтан тештәрҙе һаҡларға, та­биптарҙан ҡурҡмаҫҡа өйрәтәбеҙ, бала­лар­ҙы уңайлы шарттарҙа дауалай­быҙ”, – тип билдәләне республика Башлығы Радий Хәбиров.

Стоматология кабинеттары һәр яңы уҡыу йылында асылып килә. Былтыр уларҙың һаны 12-гә артты, быйыл тағы 30 кабинет эш башлаясаҡ. Мәктәптәрҙә 223 теш табибы эшләй. 2022/23 уҡыу йылында улар 130 меңгә яҡын баланың һәм биш мең самаһы уҡытыусының тешен дауалаған. 

Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА

Читайте нас