

Белем көнөн бөгөн мәктәп уҡыусылары ғына түгел, ә төрлө уҡыу йорттары студенттары ла байрам булараҡ билдәләй. Юғары уҡыу йорттарында, махсус урта белем биреү ойошмаларында ла студенттар рәтенә алып, студент билеттары, зачет кенәгәләре тапшырыу кеүек күңелле саралар үтә.
Кискелеккә лә матур саралар ҡаралған. Мәҫәлән, баш ҡалабыҙ Өфөлә йәштәр киске сәғәт 7-лә "Өфө-Арена"ла Ҙур диско-шоу программаһына килеп, аралаша, бейеп күңел аса ала. Бер майҙанда "Рәсәй студенттар яҙы" программаһында ҡатнашыусылар, уның лауреаттары – юғары һәм махсус урта белем биреү учреждениеларында уҡыған, эшләп йөрөгән йәштәр, өлкән класс уҡыусылары йыйыласаҡ.
Фото: uust-fresh.ru