

Был хаҡта Диананың туғаны йырсы Әнүәр Нурғәлиев был көндөң һағышлы ла, шатлыҡлы ла булыуы хаҡында яҙа.
"Аишабыҙ икенсе класҡа барҙы. Йәнәшәһендә терәк булып ғаиләһе - нәнәһе, яҡындары, туғандары атлай. Барыһы ла яҡшы булыр. Бар сабыйҙарға ҡыҙыҡлы һәм уңышлы уҡыу йылы теләйем", -тигән ул.
Йырсының яҙылыусылары Аишаның моңһоу ғына ҡарап тороуын һәм бик тә әсәйенә оҡшаған булыуын яҙғандар.
"И, сабый юлдарыңа әсәйең фәрештәләр булып ҡанат йәйеп торһон", "Тамағыма төйөр төйөлдө", "Нисек әсәһенә оҡшаған, сибәркәй", - тигән комментарийҙар ҙа ҡалдырғандар.
Бәхетле генә бул, Аиша!
Фото: "Интертат"