Белем һәм тәрбиә
3 Сентябрь 2023, 16:30

Иҫ китмәле матур мәктәп асылды

Республикала полилингваль мәктәптәр асылыуын дауам итә.

Иҫ китмәле матур мәктәп асылдыИҫ китмәле матур мәктәп асылды
Иҫ китмәле матур мәктәп асылды

Учалыла яңы полилингваль күп профилле мәктәп үҙ ишектәрен асты. Объект «Мәғариф» милли проекты һәм «Заманса мәктәп» төбәк проекты сиктәрендә төҙөлдө.

Мәктәп заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Лингафон кабинеттары, техник фәндәрҙе уҡытыу өсөн файҙаланылған лаборатор ҡорамалдар, иркен китапхана, монументаль һәм зауыҡлы тамаша залы. Футбол майҙансығы, волейбол һәм баскетбол өсөн бер нисә майҙансыҡ, йүгереү юлдары, башланғыс кластар өсөн айырым кәртәләп алынған уйын зонаһы, теннис өҫтәлдәре, ике спорт залы... Балалар тренажерҙарҙа ла шөғөлләнә ала, уларҙы башланғыс класс уҡыусылары өсөн яңы уйын майҙансығы янында ҡуясаҡтар. Шулай итеп, уҡыусылар ҡарамағында тотош спорт зонаһы була.

Мәктәп ифраструктураһы күп функциялы, күп төрлө. Малайҙар өсөн - ағас һәм тимер эше оҫтаханалары, ҡыҙҙар өсөн ашарға бешерергә өйрәнеү һәм тегеү кабинеты ҡаралған. 

Медицина блогы табип, процедура, прививка яһау һәм стоматология кабинеттарынан тора. Шулай уҡ ҡорамалдар һаҡлау өсөн биналар, кейенеү, душ бүлмәләре, санузелдар, тренерҙар бүлмәһе һәм саңғы һаҡлау урыны ҡаралған.

Аҙ хәрәкәт иткән уҡыусылар өсөн дә шарттар булдырылған: инеү баҫҡыстары пандустар менән йыһазландырылған, ә бинаның үҙендә лифт бар. Бер һүҙ менән әйткәндә, проект уҡыусыларҙың ялын һәм уҡыу процесын ойоштороу өсөн бөтә кәрәкле нәмәләрҙе күҙ уңында тота.

Учалылар был мәктәпте сафҡа индереүҙе түҙемһеҙләнеп көттө. Ул ҡаланың башҡа белем биреү йорттарын тығыҙлыҡтан ҡотҡарасаҡ һәм Башҡортостанда иң ҙурҙарҙың береһе буласаҡ.

Йәнә мәктәптең үҙ транспорты бар - автобус тахограф менән йыһазландырылған, ул балалар, ҡорамалдар менән йөрөүҙең хәүефһеҙ тиҙлеген күҙәтеп бара, ә ҡорамалдар ГЛОНАСС транспорты мониторингы системаһына ҡушылырға мөмкинлек бирә. Автобус мәктәп уҡыусыларын ҡаланың икенсе - Көньяҡ биҫтәһенән ташыу өсөн тәғәйенләнгән.

Яңы дөйөм белем биреү учреждениеһының тәүге уҡыусылары - 568 йәш учалы, улар араһында 146 беренсе класс уҡыусыһы бар.

Мәктәп асылыуы һәм Белем көнө менән уҡыусыларҙы һәм уҡытыусыларҙы Федерация Советының Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесе Лилиә Ғүмәрова, Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова, республиканың Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Рөстәм Ишмөхәмәтов, Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе урынбаҫары Марат Ғәзизов, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты, "Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты" акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Зәкәриә Ғибәҙуллин ҡотланы.

Учалы районы хакимиәте башлығы Руслан Ғиләжетдинов беренсе класс уҡыусыларына - яңы мәктәптең асҡысын, ә мәктәп директоры Эльвира Мөхәмәтйәроваға ҡыңғырау тапшырҙы.

Федерация Советының Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесе Лилиә Ғүмәрова, уҡыусыларға яҡшы уҡыуҙарын, беренсе класс уҡыусыларына белем донъяһына изге юл теләп: "1 сентябргә бөтә ил буйынса 150-нән ашыу яңы мәктәп асылды. Ә бөгөн бында, Учалы ҡалаһында 1225 урынлыҡ яңы полилингваль күп профилле мәктәп асылды.

Дөйөм алғанда, илдә 123 646 урынлыҡ 150-нән ашыу яңы мәктәпте һәм капиталь ремонттан һуң 1293 мәктәпте (1105 федераль һәм 188 төбәк) асыу күҙаллана.

Башҡортостан Республикаһына килгәндә, беҙҙең төбәктә республика Башлығы Радий Хәбировтың етәкселегендә был мәсьәләләрҙең эҙмә-эҙлекле хәл ителеүе ҡыуаныслы. 70 мәктәптә 77 бина ремонтланған, 3375 урынлыҡ дүрт яңы заманса мәктәп асылған. 2023 йылда шулай уҡ 3 090 урынлыҡ тағы биш мәктәпте, шулай уҡ 660 урынлыҡ өс балалар баҡсаһын төҙөп файҙаланыуға тапшырыу планлаштырыла", - тине.

Фото: Рәил Кәлимуллин, Учалы районы хакимиәте сайты.

Сығанаҡ: https://resbash.ru/news/natsproekty/2023-09-01/v-uchalah-otkryla-svoi-dveri-novaya-polilingvalnaya-mnogoprofilnaya-shkola-3415471

Иҫ китмәле матур мәктәп асылды
Иҫ китмәле матур мәктәп асылды
Иҫ китмәле матур мәктәп асылды
Иҫ китмәле матур мәктәп асылды
Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас