Белем һәм тәрбиә
3 Сентябрь 2023, 14:00

Инәйҙәр ҙә байрамды көтә...

Тәүге һәм һуңғы ҡыңғырау байрамдарына 10 йыллап йөрөмәгән әбейүшкәләрем бар. Әммә эстән генә көтә улар был байрамды.

Инәйҙәр ҙә байрамды көтә...Инәйҙәр ҙә байрамды көтә...
Инәйҙәр ҙә байрамды көтә...

Белем көнөндә Ғафури районының Сәйетбаба ауылының башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәгенән Хаят Сабитова сәхифәһендә матур яҙма менән уртаҡлашҡан. Ул мәктәптә эшләп киткән 90 һәм 95 йәшлек ветерандарҙы өйҙәренә барып ҡотлаған.

"Мәктәптән ике сәскә гөлләмәһе алып киттем, сөнки тәүге һәм һуңғы ҡыңғырау байрамдарына 10 йыллап йөрөмәгән әбейүшкәләрем бар. Әммә эстән генә көтә улар был байрамды. 95 йәшлек Асия әбейем мәктәптә 20 йыл эшләгән, 90 йәшлек Фәриҙә әбейем - 23 йыл. Уҡытыусы булып түгел, ә ҡара эштә. Ул саҡтағы утын яғып йылытыуҙар, иҙәндәрен көрәк менән ҡырып таҙартыуҙар, мейескә әрҙәнә ҡырҡып-ярыуҙар, эй-й-й...

Кискеһен ветеран уҡытыусыларҙың бер төркөмөн осрашыуға йыйҙыҡ. Барыһы ла килә алманы-алыуын, килгәндәре бик һөйөндө, төрлө тәҡдимдәр ҙә әйттеләр. Бер ыңғай музейҙа экскурсия үткәрҙек, унда ҡыҙыҡ хәл булды. Экспонаттар араһында 16 йыл элек Әлмира Миңлейәр ҡыҙы исеменә яҙылған хат ятҡан, уҡытыусыларға бағышлап шиғыр яҙылған эсендә...

Тағы ла уҡытыусылар менән бергә башҡорт милли кейемендә фотосессия ойошторҙом. Оҙаҡламай Милли кейем көнө етә. Был матурлыҡ менән дә бүлешмәй булмай", - тип бик йылы яҙма ҡалдырған ул.

Гөлдәр БҮЛӘКБАЕВА әҙерләне.

Фото: https://vk.com/artukbika

Инәйҙәр ҙә байрамды көтә...
Инәйҙәр ҙә байрамды көтә...
Инәйҙәр ҙә байрамды көтә...
Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас