

Әбйәлил егетенең оло еңеүе хаҡында уның туғаны, тележурналист Азат Ғәлиуллин үҙенең "Бәйләнештә"ге сәхифәһендә түбәндәге яҙыуҙы ҡалдырған.
"Башҡорттар араһында беренсе Татарстан уҡыусыһы - ДОНЪЯ ЧЕМПИОНЫ!
Ниндәй ғорурлыҡ, эйе бит?! Әлбиттә! Милләттәшебеҙ булыуынан бигерәк, яҡын туғанымдың донъя кимәлендә уңыш ҡаҙаныныуы үҙе ни тора! Афарин, Ғимран ҡустым! Өмөттө аҡланың. Бынан дүрт йыл элек Ҡазан ҡалаһының 2-се лицей-интернатына уҡырға барғанда: "Рөстәм Миңлеханов һинең ҡулыңды ҡыҫырлыҡ итеп, тырышып уҡы", тиеүем бишләтә тормошҡа ашты. Аллаға шөкөр! Татарстан рәйесе күреште. Бөгөн ил президентына сират. Информатика буйынса Халыҡ-ара олимпиадаһында 90 илдән 355 ҡатнашыусы араһынан Ғимран АБДУЛЛИН беренсе башҡорт! Ғөмүмән, аҫаба халҡыбыҙ тарихындағы беренсе яңылыҡ!
Әйткәндәй, ул 8 класта уҡығанда уҡ Рәсәйҙең йәнең теләгән юғары уҡыу йортона инеү хоҡуғын да алғайны. Бөгөн 10-ға ла аяҡ баҫтыҡ. Ғимран ҡустым, яулайһы үрҙәрең тағы ла бейек һәм юғары булһын! Афарин! Күҙ теймәһен!" -тип яҙған Азат.
Афарин, Ғимран! Артабан уңыштар юлдаш булһын!
Фото һәм текст сығанағы: Азат Ғәлиуллин