Белем һәм тәрбиә
5 Сентябрь 2023, 16:45

Юғары белем биреү тармағы үҙгәрештәр кисерә

Дмитрий Чернышенко юғары белем биреүҙең яңы стандарттарының өҫтөнлөктәре тураһында һөйләне. 

Юғары белем биреү тармағы үҙгәрештәр кисерәЮғары белем биреү тармағы үҙгәрештәр кисерә
Юғары белем биреү тармағы үҙгәрештәр кисерә

Рәсәйҙә юғары белем биреү стандартының яңы проекты әҙерләнгән. Ул студенттар өсөн шәхси белем биреү траекторияларын төҙөргә, шулай уҡ бер юлы бер нисә квалификация алырға мөмкинлек бирәсәк, тип хәбәр итте вице-премьер Дмитрий Чернышенко Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе үткәргән оператив кәңәшмәлә.

Пилот проекты 2023 йылдың 1 сентябренән илдең алты вузында ғәмәлгә ашырыла башланы. Уларҙа юғары белем биреүҙең яңы моделе – база кимәле, махсуслаштырылған кимәле һәм аспирантура кимәле һынау үтә. Башҡортостандың юғары уҡыу йорттары пилот проектына инмәне. Һуңынан пилот вуздарының тәжрибәһен бөтә илгә таратасаҡтар.

Өфө фән һәм технологиялар университеты ректоры Вадим Захаров һүҙҙәренсә, юғары белем биреүҙең яңы моделендә уҡыу ваҡыты ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра.         

- Юғары белем биреүҙең милли системаһын үҙгәртеү һәм яңы макет индереү һөҙөмтәһендә студенттарҙа индивидуаль үҫеш һәм бер юлы бер нисә квалификация алыу өсөн күберәк мөмкинлектәр барлыҡҡа киләсәк. Бындай үҙгәрештәр – илебеҙҙең үҙ технологияларын үҫтереүгә һәм юғары технологиялы продукттар етештереүгә йүнәлтелгән хәҙерге иҡтисады саҡырыуҙарына яуап, - тип аңлатма бирҙе Вадим Захаров.

Илдә яңы уҡыу йылы 4,5 миллион самаһы студент өсөн башланды, уларҙың 1 236 022-һе – беренсе курс студенттары. Дмитрий Чернышенко, быйыл Рәсәй вуздарында бюджет урындары һаны 626 278-гә етте, шуларҙың 37 089-ы – яңы төбәктәр вуздарында, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды. Рәсәй Президенты ҡушыуы буйынса, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың балалары айырым квотаға ярашлы уҡырға ҡабул ителгән, улар - 8,5 мең самаһы кеше. Һәр студент тейешле шарттар менән тәьмин ителгән.

Вице-премьер 2023 йылдың иң популяр йүнәлештәрен дә атаны -  информатика һәм иҫәпләү техникаһы, педагогика һәм иҡтисад, шулай уҡ юриспруденция һәм менеджмент. Ихтыяж менән ҡулланған юғары уҡыу йорттары исемлегендә – Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Рәсәй халыҡ хужалығы һәм дәүләт хеҙмәте академияһы, Ҡазан федераль университеты, Урал федераль университеты, Юғары иҡтисад мәктәбе һәм Финанс университеты.

Бынан тыш, Рәсәй вуздарына алыҫ һәм яҡын сит илдәрҙән 104 488 бала уҡырға ингән, был Рәсәй мәғарифына ихтыяж ҙур булыуын раҫлай. Шуларҙың 25 меңе – Хөкүмәт квотаһы сиктәрендә.

2023 йылда Башҡортостанда 27 меңдән ашыу кеше беренсе курс студенты булды. Республиканың юғары уҡыу йорттарында бөтәһе 97 422 студент иҫәпләнә, уларҙың 89,7 меңе дәүләт университеттарында белем ала. Беренсе курс студенттары өсөн быйыл 14 886 бюджет урыны бүленгән - 2022-2023 йылдарға ҡарағанда 512-гә күберәк. Һуңғы биш йылда бюджет урындары 31,5 % артҡан.

Фото: mykaleidoscope.ru

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас