Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
13 Сентябрь 2023, 21:10

"Әйҙә уйнарға" фестивалендә Өфө дәүләт татар "Нур" театры ҡатнаша

Йәш тамашасылар төрлө әкиәт геройҙары парадын ҡарай ала.

"Әйҙә уйнарға" фестивалендә Өфө дәүләт татар "Нур" театры ҡатнаша
"Әйҙә уйнарға" фестивалендә Өфө дәүләт татар "Нур" театры ҡатнаша

Иртәгә “Әйҙә уйнарға” фестивале башлана.

14 сентябрь сәғәт 12-лә “Нур” театры “Һарай сәхнәһе”ндә яратҡан геройҙарыбыҙ мультпарадында ҡатнаша. Сара ҡунаҡтары аҡыллылыҡ, ҡыйыулыҡ, көс һәм хис символы – Арыҫлан менән осрашасаҡ. Ул бәхет килтереүсе тип иҫәпләнә. Уның менән бергә А. Чупиндың “Яңы йыл мөғжизәләре, йәки Мәскәй әбей ҡаршы”әкиәтендәге балалар яратып өлгөргән һәр саҡ күңелсәк һәм тапҡыр Ҡуян да буласаҡ. Әкиәт геройҙары рәтен һалҡын, ғорур, ҡаты күңелле Ҡар батшабикәһе лә тулыландырасаҡ.

Мультпарадтан һуң “Нур”ҙар Бремен музыканттары менән бейеү флешмобында ҡатнаша. Ошо уҡ көндә “Тылсымла ихата”ла (Сәнғәт институты ихатаһында) театр сәғәте үткәрелә. 15 сәғәттә А. Хайттың “Бесәй- Леопольдтың тыуған көнө” исемле спектакле башлана.

Фестиваль программаһы менән тулыраҡ бында танышырға мөмкин: https://айдаиграть.дети/

 

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас: